Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
31 Март 2021, 09:25

Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте менән юлға!

25 мартта район Мәҙәниәт һарайында 5-7 класс уҡыу-сылары өсөн танышыу маҡсатында “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте менән юлға!” тип исемләнгән йыйын уҙҙы.

Унда райондың төрлө белем биреү учреждениеларынан 12 делегация ҡатнашты. Уҡыусылар биш командаға бүленде: “Изгелек”, “Көс”, “Уңыш”, “Хыял”, “Маҡсат”. Бер-берҙәре менән яҡшылап танышыу һәм лайт-кластарҙы уҙыу өсөн һәр төркөмдөң ярҙам иткән үҙ кураторы булды.
Программаның “йондоҙо” – лайт-кластар. Унда Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең дүрт йүнәлеше, уға бәйле ҡыҙыҡлы факттар һәм нисек йүнәлештә ҡатнашырға, медиа киңлегенең эше, уның ниндәй серҙәр һаҡлауы, нисек уның вәкиле булыу хаҡында һөйләнеләр. Уйын техниктары үҫмерҙәр менән уйын, бейеү өйрәнделәр, шулай уҡ үҙеңде ышаныслы тоторға өйрәткән видеояҙма ҡаранылар.
Сара һуңында ойоштороусылар концерт номерҙарын ҡуйып, ҡатнашыусыларҙы дәртләндерҙе.
Йыйында ҡатнашыусылар күтәренке кәйефтә илһамланып ҡайтты.
Анита ҒАФАРОВА,
Рәсәй уҡыусылары
хәрәкәте лидеры.