Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
3 Март 2021, 18:00

Эш биреүселәр колледж студенттары менән осрашты

Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы өлкән курс студенттары райондың эш биреүселәре менән осрашты.

Колледж филиалы мөдире Зөлфиә Бикташева сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уҡыу йорто етәкселеге эшмәкәрлегендә студенттар менән эш биреүселәрҙең осрашыуын ойоштороу мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тороуын билдәләне.
– Эш биреүсе менән осрашыу карьер үҫешендә яңы йүнәлеш эҙләгән һәр кешенең тормошонда бик мөһим мәл булып тора. Уның барышында сығарылыш курсы студенттары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ала, мәсьәләләр хәл ителә. Бындай осрашыуҙарҙы ойоштороу уҡыу йортон тамамлаған студенттарға эшкә урынлашырға, һөнәрен аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Эш биреүселәр өсөн дә файҙалы: улар буласаҡ белгестәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ала, әңгәмәләшеп, һәләттәрен күрә, – тип һөйләй Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов райондың аграр секторы, грант ярҙамы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ ауыл хужалығы уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан юғары белемле белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең 600 мең һумға тиклем арттырыласағы тураһында хәбәр итте. Урта техник уҡыу йортон тамамлаусыларға 500 мең һумға тиклем арттырыласаҡ. Вадим Рәйес улы, буласаҡ йәш белгестәрҙе тыуған ерҙә ҡалып, ата-бабалар эшен дауам итергә саҡырҙы.
Мәсетле районы буйынса мәшғүллек үҙәге начальнигы Иршат Бәйтуллин учреждение аша күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һәм барлыҡ йүнәлештәр менән таныштырҙы.
Студенттар менән осрашыуҙа Төньяҡ-Көнсығышта алдынғы шәхси эшҡыуар Наталья Зырянованың кондитер изделиелар әҙерләү предприятиеһы вәкиле Рәмилә Хәсәнова, “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативының эшкәртеү һәм һатыу бүлеге баш белгесе Владимир Ватолин, Мәсетле электр селтәре начальнигы Тимур Ғәлимйәнов, “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Ниғәмәтйәнов сығыш яһаны. Улар предприятие эшмәкәрлеге, социаль әһәмиәте, һайлаған һөнәрҙәрҙең мөһимлеге, эшкә урынлашыу шарттары һәм киләсәктә перспективалар тураһында һөйләне.