Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
8 Февраль 2021, 12:50

Мәсетле ҡыҙы Францияла рус телен уҡыта

Йонос мәктәбен тамамлаған Гөлназ Мөхәмәҙиева Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған сағында уҡ “Францияла рус теле ассистенты” халыҡ-ара конкурсында еңеү яулай һәм 2020-2021 йылдарҙа француз уҡыусыларына рус телен уҡытыу мөмкинселеге ала.

Гөлназ бәләкәйҙән донъя буйлап сәйәхәт итеү теләге менән яна. Бының өсөн донъя халыҡтары телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын белеү кәрәк икәнен аңлап үҫә.
– Йәштәштәре араһында тыйнаҡлығы, нәзәкәтлеге менән айырылып торҙо Гөлназ, – тип һөйләй Йонос мәктәбенең тарих фәне уҡытыу-сыһы Фәғилә Мөхәмәтғәлина. – Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул ҡуйған маҡсатына ныҡышмалы һәм ҙур тырышлыҡ менән барҙы: һәр ваҡыт инглиз теле буйынса төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашты. Ул класта – тырыш ҡыҙ, ата-әсәһенең һәм мәктәптең ғорурлығы булды.
Уның алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе бер ваҡытта ла тормай. Теләге – инглиз теле уҡытыусыһы булыу. Өлкән кластарҙа Гөлназ берҙәм дәүләт имтихандарына маҡсатлы рәүештә әҙерләнә һәм, юғары балл йыйып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит ил телдәре факультетына һис бер ҡыйынлыҡһыҙ уҡырға инә.
Беренсе курста уҡығанда уҡ Гөлназ, бәхетен һынап ҡарамаҡ булып, Төркиәлә халыҡ-ара балалар лагерында вожатыйҙар конкурсында ҡатнаша. Һайлап алыуҙың мөһим шарты – инглиз телен яҡшы белеү. Барлыҡ һынауҙарҙы уҙғас, ҡыҙ Төркиәгә юллана. Был уның сит ил дәүләтенә сыҡҡан беренсе сәйәхәте.
– Измир ҡалаһындағы телдәр буйынса балалар лагерында ике ай эшләнем. Башҡортостан Республикаһы, уның баш ҡалаһы тураһында презентация уҙғарҙым. Төп аралашыу инглиз телендә барҙы. Сит илдәрҙән килгән балалар менән эшләү тәжрибәһе уҡытыусы булыу, телдәрҙе өйрәнеү, белем һәм тәжрибә менән йәмғиәткә файҙа килтереү ысынлап та минең булмышым икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанырға мөмкинлек бирҙе, – ти Йонос ауылының тырыш ҡыҙы.
Икенсе курста Гөлназ Миссури штаты университетында бер йыллыҡ уҡыу мөмкинлеге биргән “YEAR” студенттар менән алмашыу программаһы буйынса ҡатмарлы һайлап алыу турын уңышлы уҙа. Бында уға белем алыуҙан тыш, Америка балаларына рус телен уҡытыу мөмкинлеге лә була.
Бөгөн Гөлназ Францияның Тур ҡалаһының өс белем биреү учреждениеһында – ике колледжда һәм бер лицейҙа – рус теле уҡытыу-сыһы ассистенты булып эшләй. Бында рус теле икенсе сит ил теле булараҡ өйрәнелә. Гөлназ дәрестәрҙә француз телендә Рәсәй, уның ҡалалары, Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләй.
– Ошо программа буйынса эшләү форсаты тейеүенә бик шатмын. Был француз телен төплө үҙләштереүҙән тыш, уҡытыу эшендә лә ҙур тәжрибә тупларға мөмкинселек аса һәм француз балаларын беҙҙең ҙур илебеҙ мәҙәниәте менән таныштырыу форсатын бирә, – ти Гөлназ. – Миңә мәктәптә төплө белем биреп, маҡсатҡа ирешеүсән итеп тәрбиәләгәндәре, һөнәр һайлауҙа ярҙам иткәндәре өсөн уҡытҡан уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар һәр ҡайһыһы минең күңелемдә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Оло рәхмәттәремде мине берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләгән инглиз теле уҡытыусыһы Зөһрә Минйән ҡыҙы Нафиҡоваға, рус теле уҡытыусыһы Гөлсинә Юлай ҡыҙы Мөнироваға, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Фәғилә Аҙнабай ҡыҙы Мөхәмәтғәлинаға еткерәм. Улар – минең иң тәүге остаздарым. Бар яҡтан да камил уҡытыусылар: һәләтле, изге күңелле, һиҙгер, сыҙамлы. Уларҙа – тышҡы һәм эске матурлыҡ, аҡыл, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, илһамланыу.
Үрнәк алырлыҡ остаздарыма сикһеҙ рәхмәт!