Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
25 Ғинуар 2021, 11:15

Учалы ҡыҙы – үҙәк телеканалда!

Зәңгәр экрандар аша Максим Галкиндың "Барыһынан да яҡшыраҡ" тапшырыуын күптәр яратып ҡарайҙыр.

Шоуҙа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килеп, телгә, йыр-бейеүгә оҫта, спорт яратҡан, тарих, география менән ҡыҙыҡһыныусы, ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа һәләте булған ҡыҙҙар-малайҙар сығыш яһай.
Һуңғы ваҡытта республикабыҙ балалары ла унда йыш ҡунаҡ. Былтыр Учалынан дүрт кенә йәшлек Роман Мөслимов ҡатнашып, яттан «Бородино» шиғырын һөйләп, барыһын да таң ҡалдырғайны.
Бөгөн тапшырыуҙа 10 йәшлек Дарина Хөсәйенованы ла күрһәттеләр.
Учалы ҡыҙы бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, каратэ буйынса донъя чемпионы исемен йөрөтә. Ете генә йәшендә Истамбул ҡалаһында үткәрелгән "TURKISH OPEN KARATE 2018" халыҡ-ара турнирында еңеү яулай, ә һигеҙ йәшендә Грузияла ойошторолған халыҡ-ара турнирҙа берҙән-бер Рәсәй вәкиле булараҡ беренсе баҫҡысҡа күтәрелә.
Даринаны бәләкәй генә сағынан атаһы Рәмил Хөсәйенов күнектерә. Тапшырыуға ул, ҡыҙҙың өләсәһе һәм ағаһы ла килгәйнеләр. Дарина каратэ алымдарын күрһәтеп, тамашасыларҙы әсир итте.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Римма Султанова