Алина – III курс студенты, ул Башҡорт дәүләт университетында “Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә мәғлүмәт технологиялары хәүефһеҙлеге” һөнәрен үҙләштерә. Ҡыҙҙың үҙләштергән һөнәре ҡыҙыҡлы ла, яңы ла.
Алина һәр саҡ әүҙем тормош алып бара – Оло Ыҡтамаҡ лицейында уҡыған сағында уҡ төрлө республика һәм район спорт ярыштарында, эстафета, баскетбол уйындарында ҡатнаша. Инглиз теле һәм әҙәбиәте буйынса конференцияларҙа сығыш яһап, үҙе өсөн файҙалы тәжрибә ала.
– Мәктәптә уҙған һәр сара, олимпиадалар, ярыштар үҙ кимәлемде белергә һәм етешһеҙлектәремде күрергә ярҙам итте, – тип һөйләй ул. – Университетта мин үҙем өсөн спортты яңынан астым. Беренсе курстан уҡ дартс уйнай башланым, университет командаһы составына эләктем. Уҙған йылда I разряд яуланым. Был спорт төрө минең йәшәү рәүешемдең бер төрөнә әйләнде, хәҙер дистанцион уҡыу ваҡытында ла шөғөлләнеүҙе дауам итәм.
Тулы текстты гәзит баҫмаһында уҡығыҙ.