Егет Өфө ҡалаһында тыуған, Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң күп профилле колледж филиалында электромонтер һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.
Төрлө байрамдарҙа сәхнәнән төшмәгән, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан Александрҙы күптәрҙең күргәне барҙыр, моғайын. Ул өс төркөмдә йырлап йөрөй. Музыка менән мауығыуы бала саҡтан килә.
– Миңә һигеҙ йәш булғанда, атай-әсәйем телевизорға караоке һатып алды, – тип хәтерләй ул. – Уны ҡабыҙырға өйрәнеп алдым да атай-әсәйем эштә саҡта рәхәтләнеп йырлай торғайным. Алтынсы класта уҡығанда музыка дәресендә “Батырҙар” төркөмөнөң “Алһыу шәфәҡ” йырын башҡарҙым. Уҡытыусы Валентина Сизоваға минең йырлауым оҡшап ҡалды һәм ул мине район Мәҙәниәт һарайында уҙған Еңеү көнөнә арналған концертта ҡатнашырға саҡырҙы...