Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
13 Ноябрь 2020, 18:31

Тырыш йәштәр – милләт киләсәге

Хәҙерге ауыл йәштәре тыуған ерҙәрен шау-гөр килеп торған ҡалаға алмаштыра. Тик шулай ҙа яҙмыштарын ауыл, тәбиғәт тынлығы менән бәйләгәндәр ҙә күп. Һигеҙ йыл элек матур тормош ҡорған Гөлназ һәм Руслан Камаловтар ҙа тыуып үҫкән ерҙәрендә төпләнә.

Уларҙың ҙур йорто ауылдың ситендә иң тыныс, йәмле урында – Тыныслыҡ урамында урын-лашҡан. Ҙур тәҙрәләр, яҡты, бейек түбәле зал, икенсе ҡаттағы иркен, йылы бүлмәләргә илткән ағас баҫҡыс – хәҙерге заман йәштәренең хыялы. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн күп көс һалырға тура килә матур донъя ҡорған бәхетле ғаиләгә. Ике йыл элек күсенеп өй туйлайҙар, матурлап, йәмләп донъя көтәләр.
– Беҙ дуҫлашып йөрөгән саҡта Руслан ҡалала йәшәмәйәсәкмен, ауылда ҡалам, тине, – тип йылмая Гөлназ. – Иремдең ҡулдары алтын, күп төҙөлөш эштәрен үҙе башҡарҙы.
Ғаилә башлығы Өфө ҡалаһында вахта ысулы менән маршрут автобусы водителе булып эшләй. Өйөн төҙөп бөткәс, Мәсәғүт газ хеҙмәтенә күсә. Гөлназ – Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәтендә һалымдар буйынса II категориялы белгес. Тыумышы менән Ҡыйғы районы Ибрай ауылынан. Йәш ғаилә ете йәшлек Тимур менән дүрт йәшлек Сафияны тәрбиәләй.
Камаловтарҙың эшсән булыуы уларҙың ҙур хужалығынан күренә: 17 баш һыйыр малы, шуларҙың алтыһы – һауын һыйыр. Һөт һәм ит ғаилә бюджетына өҫтәп табыш килтерә.
– Донъя йөгөн тартыр-ға ҡайным менән ҡәйнәм ярҙам итә – хужалыҡтағы эштәр, балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙамдары бик ҙур һәм беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Гөлназ.
Яратҡан эштәре менән шөғөлләнгән, ынтылыштарын уңышлы тормошҡа ашырған, киләсәккә ҙур өмөт-ышаныс менән атлаған матур, татыу Камаловтар ғаиләһе хөрмәт һәм һоҡланыу хисе уята.