Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
28 Сентябрь 2020, 18:00

Бик шәп ял булды!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында Мәсетле йәштәре район хәйриә фонды, Йәштәр үҙәге һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” урындағы төбәк бүлексәһе ойошторған туристик походҡа сыҡты. Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто ла ситтә ҡалманы был саранан.

30 кешенән торған район йәштәре походтың етәксеһе менән Крючковкаға тиклем тәғәйен урынға – алдан йыһазландырылған лагерға тәбиғәт матурлығына һоҡланып, йырҙар йырлап, сәйәхәт иттеләр.
Туристик походты ойоштороусылар тәбиғәттә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрҙе, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләгән: һаҡлаусы ҡурсаҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе, республиканы һәм тыуған яҡты белеү буйынса викторина. Шулай уҡ ойоштороусылар йәштәрҙе Пресвятая Богородица покровы байрамына арналған йола менән дә таныштырҙы. Был байрам 14 октябрҙә – баҡса, ялан эштәре тамамланғас, кеше һәм тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнеп бөткәс билдәләнә.
Сәйәхәтселәр тәмле төшкө аш – салат, аш, ҡарбуз, сәй, печенье, кәнфит менән һыйланды.
Ял итеп, тамаҡ ялғап алғас, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң туристар клубы тәрбиәләнеүселәре боронғо Крючковка (Зотна) ауылына экскурсияға юлланды. Уларға ауылдың килеп сығыу тарихын һөйләп, 200 йыл элек таштан һалынған 15 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡто күрһәттеләр. Ә Йәштәр үҙәге активистары, ғәҙәти булмаған спорт эстафетаһында ҡатнашып, таһыллыҡ, көс һәм зирәклек күрһәтте.
Ваҡыт тиҙ һәм мауыҡтырғыс үтте, һәр береһе ял ойоштороуға үҙ өлөшөн индерҙе, шуға ла сәйәхәт әүҙем, күңелле булды.
Йәштәр ҡыуаныслы тойғо кисереп, бай хәтирәләр һәм күп ыңғай хистәр алды.
Лилиә Орлова,
Йәштәр үҙәге директоры.