Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
22 Сентябрь 2020, 11:15

Спортҡа ғашиҡ ғаилә

Ауылдарҙан йәштәр ситкә китә тип әйтһәк тә, киләсәк тормошон районда төпләнеп уҙғарырға теләгәндәр ҙә бар. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Наталья һәм Ринат Ҡаҙыхановтар ғаиләһе – шундайҙарҙың береһе.

Ринат Ҡаҙыхановтың ата-әсәһе сығыштары менән Мәсетле районынан, тик оҙаҡ йылдар Ямал-Ненецк автономиялы округының Тарко-Сале ҡалаһында йәшәйҙәр.
– Алтынсы класта уҡығанда бокс секцияһына яҙылдым. Иң төп маҡсатым үҙ-үҙеңде яҡларға өйрәнеү ине, – ти Ринат Алик улы.
Бокс менән шөғөлләнеү уны мауыҡтыра һәм ул олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йөрөй башлай, турнирҙарҙа призлы урындар яулай. Мәктәпте тамамлағас, Омск ҡалаһындағы Себер дәүләт физик культура һәм спорт университетының цикллы, ҡатмарлы координациялы спорт төрө факультетына уҡырға инә. буласаҡ ҡатыны Наталья Владимировна менән дә шунда таныша. Йәш ҡыҙ гимнастика кафедраһы студенткаһы була ул ваҡытта. Гимнастика менән ете йәшенән шөғөлләнә, Бөтә Рәсәй турнирҙарында ҡатнаша, еңеүсе исемен яулай. 2006 йылда Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.
Йәш ғаилә өс йылдан ашыу Губкинский ҡалаһының “Олимп” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Ғаиләлә Аделина менән Давид тыуғас, ҡаты Себер климатын йомшағына алмаштырырға ҡарар итәләр. Башҡортостан Республикаһында “Ауыл тренеры” проекты программаһы эшләй башлағас, улар ҡатнашырға уйлай.
Хәҙер икеһе лә Оло Ыҡтамаҡ ауылында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләп йөрөй. Балаларҙы ете йәштән ҡабул итеп, бокс һәм акробатика секцияһын алып баралар.
– Тәүҙә, беҙҙең күнекмәләргә һорау булырмы икән тигән уй тыуҙы, – ти Ринат Алик улы. – Секцияға йөрөргә теләүселәр күп булып сыҡты, беҙ эште иң яҡшы кимәлдә ойошторорға тырышабыҙ. Күнекмәләр башланды, беҙ бер нисә төркөм йыйырға, балалар баҡсаһында ла акробатика башлап ебәрергә уйлайбыҙ. Әлегә күнекмәләр Башҡорт гимназияһы спорт залында үтә. Бина менән проблема асыҡ ҡала.