Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
11 Август 2020, 19:00

Сертификаттар тапшырылды

“Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “Урал” телестудияһы редакцияһы менән берлектә ойошторған “SCHOOL TV” мәктәп телевидениеһы” проектында уҡыуҙар тамамланды.

Коронавирус пандемияһы менән бәйле, проектта ҡатнашыусыларға уҡыу тамамланыу менән сертификат тапшырыу мөмкинселеге булманы. Халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн, уларҙы бүлеп бирәләр. Август айында 24 ҡатнашыусыға биреү планлаштырылған.
София Кондратьева, Аделия Ҡәләмова һәм Камилла Ғәлимйәнова тәүгеләр иҫәбендә.
– Проект миңә бик оҡшаны. Был сарала ҡатнаша алғаныма ҡыуанам, – тип тәьҫораттары менән бүлешә София. – Камера алдында үҙеңде тоторға, ҡурҡмаҫҡа, һөйләгәндә бөтә өндәрҙе асыҡ итеп әйтергә, беренсе дублдән үк яҡшы килеп сыҡһын өсөн ашыҡмай ғына эшләргә өйрәндем. Тағы ла бер һөнәр арттырҙым: видеосюжеттарҙы монтажларға өйрәндем.
Йәштәр телевидение өлкәһендә эшләүҙә яҡшы тәжрибә алдылар. Күптәре журналист һөнәрен оҡшатып, артабан ошо йүнәлештә белем алырға уйлай.