Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Июнь 2020, 14:00

Хыялдары яҡты, уйҙары изге

Йыл һайын 27 июндә байрам уңайынан йәштәр ҡотлауҙар ҡабул итә.

Тәү тапҡыр уны 1958 йылда билдәләгәндәр. Шул ваҡыттан алып традиция дауам итә. Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле, байрам онлайн режимда билдәләнә. Беҙ ҙә был саранан ситтә ҡалмаҫҡа булдыҡ һәм бөгөн һеҙҙе әүҙем йәштәрҙең береһе Зарина Вәлиева менән таныштырабыҙ. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Миәс ҡалаһында сәнғәт һәм мәҙәниәт дәүләт колледжында педагог-хореограф һөнәрен үҙләштергән. Уның уңыштары тураһында һөйләгәндә, төрлө мәҙәни сараларҙы уҙғарыуға әҙерлек барышында һәм уны үткәргән ваҡытта ярҙамы һәм ҡатнашҡаны өсөн күп һанлы грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе тураһында әйтеп үтеү кәрәк булыр. Араларында бигерәк тә ҡәҙерлеһе бар: V “Байыҡ” республика телевизион конкурсында “Трио” номинацияһында оҫта сығышы өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының еңеүсе дипломы.
Зарина ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ул Мәсетле районынан булыуын ғорурлыҡ менән белдерә. Колледжды тамамлағандан һуң тыуған Оло Ыҡтамаҡ ауылына ҡайта. Күптән түгел “Ҡарағай” шифаханаһына мәҙәни ял ойоштороусы булып урынлашҡан.
– Миңә һөнәрем оҡшай. Дөрөҫ юл һайлауыма көн һайын нығыраҡ инана барам. Минең өсөн ул тотош тормош. Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыуы – ул күңел торошо. Көн һайын башҡаларҙы дәртләндерергә, уларға күңел йылыңды бүләк итергә кәрәк. Өҫтәүенә, бында даими ижад талап ителә, – ти Зарина.
Заринаның сәнғәт юлынан китеүенә һис тә ғәжәпләнерлек түгел: әсәһе Линиза Вәлиева район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, йырсы.
– Минең мәҙәниәт өлкәһенә бәйле һөнәр һайларға теләүемде белгәс, ул миңә ныҡлап уйларға тәҡдим итте, бары был минең ныҡлы ҡарашым икәнлеген аңлағас ҡына ризалашты һәм артабан миңә ярҙам итеп торҙо. Бейеү менән ете йәшемдән үк шөғөлләнә башланым. Бөгөн тормошомдо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Киләсәктә бейеү мәктәбе асыу теләге менән янам. Һәр кешене бейергә өйрәтеп була тип иҫәпләйем мин, – ти йәш хореограф.
Зарина – ихлас кеше, уның таныштары һәм дуҫтары бик күп. Ә киләсәккә иң ҙур хыялы – бәхетле, сәләмәт, ҙур татыу ғаилә ҡороу. Шулай була күрһен!