Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
28 Февраль 2020, 12:10

РДШ ҡалаһы

Ошондай исем менән үтте 6-8 кластар уҡыусыларының Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтен популярлаштырыу маҡсатындағы Мәсетле районында инде дүртенсе йыл үҫешкән район һөнәри йүнәлеш йыйылышы.

Ул ижади үҫеште, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙы үҙ эсенә алған “Шәхес үҫеше” йүнәлешенә ярашлы уҙғарылды. 1-се лицей, Башҡорт гимназияһы, Йәштәр үҙәге, Әләгәҙ, Йонос, Ләмәҙтамаҡ, Яңы Яуыш ауылдары белем биреү учреждениеларынан һигеҙ команда интерактив программаға индерелде. Унда һәр кем ҡала буйлап йөрөй һәм хәрби комиссариат, китапхана, диңгеҙ порты, аэропорт, почта, тиҙ ярҙам, фитнес залы, төҙөлөш майҙансығы, шулай уҡ метрола йөрөп ҡарай һәм полиция менән осраша алды.
Программа йом-ғаҡтары буйынса һәр команда предприятиелар формаһында жетондар йыйып, ҡағыҙ битендә үҙ ҡалаһын төҙөй алды. Берҙәмлек, һөйләшеп килешә, билдәләнгән срокта командала эшләй белеү – бына яҡшыларҙан-яҡшы командаларҙы асыҡлауҙың төп критерийҙары.
Призлы урындар 1-се лицей (1-се урын), Йонос мәктәбе (2-се урын) һәм “Йәш мәсетле” клубы (3-сө урын) командалары араһында бүленде.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы активистары әлеге йыйылыштың идея биреп илһамландырыусылары булды.
Беҙ Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте районда артабан да үҫешер тип өмөтләнәбеҙ. был балаларға үҙ компетенцияларын үҫтереүҙә тигеҙ мөмкинлектәр бирә.