Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы студенты Илнур Һаҙыев Мәсетле районында иң әүҙем ирекмән тип табылды. Республиканың иң яҡшы ирекмәндәре өсөн телеүҙәккә экскурсия ойошторолғайны, унда улар тапшырыуҙар төшөрөү процесының серҙәренә төшөндө һәм яңы “Һанлы телевидение”ның нисек эшләнеүен үҙ күҙҙәре менән күрә алды. Бүләкләү тантанаһы саҡырыулы төшкө аш форматында үтте. Шулай уҡ “Родина” кинотеатрында “Һеңлекәш” фильмын күрһәтеү ойошторолғайны.
Илнур үҙенә ололарға ярҙам итеү һәм уларҙы ҡыуандырыу, эш ваҡытында йылы һүҙҙәр ишетеү оҡшауы, ә телеүҙәк буйлап экскурсияла йөрөү уның хәтерендә оҙаҡ һаҡланасағы тураһында һөйләне.