Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
4 Февраль 2020, 16:00

Социаль проектлау форумы

Район мәҙәниәт һарайында йәштәрҙең “Үҫеш территорияһы-2020” район йәштәр социаль проектлау форумы үтте. Ул техник һәм социаль өлкәләрҙә конкурентлыҡҡа һәләтле яңы проекттар төҙөй һәм бойомға ашыра алырлыҡ талантлы йәштәрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне.

Семинарҙа ҡатнашыусылар әүҙем булды.
Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Альберт Сәғҙәтов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, Йәштәр үҙәге директоры Лилиә Орлова, шулай уҡ маҡсатлы һәм ижади уҡыусылар, студенттар, педагогтар, лидерҙар һәм Мәсетле районының йәштәр хәрәкәте активистары ҡатнашты.
Сараны асыу тантанаһында Гөлназ Ҡадирова йыйылыу-сыларға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул грант отоп өлгөргәндәрҙе билдәләп үтте, алған белемдәренең форумда ҡатнашыусыларға эффектлы социаль проекттар булдырырға һәм күптән борсоған проблемаларҙы хәл итергә мөмкинселек биреренә өмөт белдерҙе.
Форумды асҡандан һуң, эш ике тематик майҙансыҡта да-уам итте. Саҡырылған белгестәр: БР йәштәр проект офисынан Аида Әхмәтханова, Рәсәй-ҙең көньяҡ төбәге ресурс үҙәгенән Евгения Долгих һәм грант алыусы Кристина Пешукова белемдәре, проект яҙыу һәм уны бойомға ашырыу тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ҡунаҡтар проект эшмәкәрлеге тураһында ентекләп һөйләне, төрлө кимәлдәге грантлы конкурс-тарға ҙур иғтибар бүлде һәм семинарҙа ҡатнашыусыларға был эшкә әүҙемерәк ҡушы- лырға тәҡдим итте.
Форум барышында үткән йыл йомғаҡтары буйынса иң әүҙем йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы булды, уларға Башҡорт-остан Республикаһының “Бергә” төбәк ижтимағи йәштәр ирекмәндәр хәрәкәте, республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү ресурс үҙәге, “Бер-ҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардия”һы йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Йәштәр үҙәгенең грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Бергә”, “Рәсәй йәштәр хәрәкәте” йәмәғәт ойошмалары, “Юнармия” хәрби-патриотик хәрәкәте һәм А. Невский исемендәге хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәренең ижади һәм күргәҙмә сығыштары районыбыҙҙа талантлы һәм дәртле йәштәр йәшәүен тағы бер ҡат иҫбатланы.
Альберт Сәғҙәтов “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардия”һы ойошмаһының грамоталарын тапшырҙы.