Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
30 Ғинуар 2020, 12:00

Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтә бирә

2019 йыл Йәштәр үҙәге өсөн уңышлы булды

Иң сағыу ваҡиғаларҙың башында социаль проектлау буйынса 2019 йылдың ғинуарында үткән “Киләсәккә ынтылған Башҡортостан йәштәре” йәштәр форумы тора. Форум барышында уҡыу уҙғарылды, унан һуң балалар үҙ проекттарын булдырып, уларҙы яҡланы. Еңеүселәр, Башҡорт гимназияһы, Әләгәҙ һәм Түбәнге Бобин мәктәптәре уҡыусылары, үҙ проекттары идеяларын бойомға ашырыу өсөн финанс ярҙамы алды.
Шулай уҡ юғары кимәлдә үткәрелгән “XXI быуат лидерҙары” республика конкурсының юбилейлы зональ этабын хаҡлы рәүештә иң сағыу ваҡиғалар-ҙың береһе тип атарға мөмкин. Унда еңеүселәр республика конкурсында ҡатнашты.
Өсөнсө урында – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге ярҙамында мәҙәниәт бүлеге, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Бер-ҙәмлек” инструкторҙар клубы тәрбиәләнеүселәре, “Вместе” йәштәр хәрәкәте һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардияһы” ирекмәндәре менән берлектә Балаларҙы яҡлау көнөндә ойошторолған байрамды уҙғарыу. Байрамда һәр төрлө майҙансыҡтар, станциялар, конкурс-тар ойошторолғайны, унда һәр бала үҙенең ижади, спорт һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен һынай алды.
Әһәмиәтле ваҡиғаларҙың тағы ла берәүһе – “Һабантуй-2019” район байрамында ҡатнашыу. Беренсе тапҡыр, шәхси инициатива күрһәтеп, Йәштәр үҙәге ирекмәндәр ярҙамында йәштәр өсөн сатыр ҡорҙо, унда былау һәм ҡайнар сәй ойошторолдо. Активистар үҙ сатырҙары алдында байрам ҡунаҡтарын дәртле флешмоб менән ҡаршы алды. Шулай уҡ 2019 йылғы “Һабантуй”ҙа Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары менән берлектә уйындар ойошторҙолар.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардияһы” активисы Владилена Хәлилованың Һамар өлкәһендә үткән Волга буйы федераль округының “iВолга 2.0” йәштәр форумында ҡатнашыуы күңелле ваҡиға булды. Форумда ун смена эшләне, уларҙың йөкмәткеһе дәүләт йәштәр сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәрен сағылдыра.
Йәштәр үҙәге Мәсетле районының Хәйриә фонды менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә гранттар конкурсында ҡатнашты һәм “Ауыр тормош хәлендәге балалар, профилактика системаһы органдарында һәм учреждениеларында иҫәптә тороусы үҫмерҙәр өсөн йәйге ял осоронда ял итеүҙең аҙ сығымлы формалары” проектын бойомға ашырыуға грант ярҙамы алып еңеүсе булды. Проект 2020 йылда тормошҡа ашырыласаҡ.
“Вместе” төбәк йәмәғәт йәштәр ирекмәндәр хәрәкәтенең Мәсетле районындағы активисы Валерия Шәрипова Анапа ҡалаһында “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ҡатнашты.
Шулай уҡ 2019 йылдың 5 декабрендә Бөтә донъя ирекмәндәр көнөнә арнап уҙғарылған “Квиз-плиз! Мин – волонтер!” интеллектуаль-күңел асыу викторинаһы иң сағыу ваҡиғалар-ҙың береһенә әйләнде.
2019 йылда Йәштәр үҙәге бинаһын ремонтлау ҙур һәм мөһим ваҡиға булды. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы бүленгән аҡсаға ҡыйыҡ алмаштырылды, йылытыу, яҡтыртыу системалары өлөшләтә алмаштырылды, бинаның эске стеналары яңыртылды, түшәм ремонтланды.
Әләгәҙ ауылынан Салауат Камалиев – төньяҡ-көнсығыш райондары араһында “Көмөш волонтер” номинацияһында “Башҡортостан Республикаһының 100 иң яҡшы ирекмәне” белешмә-методик баҫмаһына исеме индерелгән берҙән-бер ирекмән.
Йәштәр үҙәге үҙе сығарған тәрбиәләнеүселәренә аттестаттар ҙа, дипломдар ҙа бирмәй, ләкин ул иң төп нәмәне – тәғәйенләнешен аңларға ярҙам итә. Сөнки тап ошонда үҫеп килеүсе быуын кем булырға тигән үҙе өсөн иң мөһим ҡарарҙы ҡабул итә. Иң әүҙем ирекмәндәр шәхси волонтер кенәгәһе ала, ул уҡыу йорттарына ингән ваҡытта абитуриенттарға өҫтәмә балдар бирә, балалар зональ, төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға барыу мөмкинлеге ала, лидерлыҡ сифаттарын, ойоштороу, ижади фекерләү һәләттәрен үҫтерә, тулы күләмдә булмаһа ла аң даирәһе асыла, бөтә ошолар ижтимағи мөхиттә үҙ урынын табырға ярҙам итә.
Дәртләндереү сифатында улар юғары төбәк наградаларын, бүләктәр, атрибутика, “Орленок”, “Смена”, “Океан”, “Артек” Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәренә путевкалар алыу мөмкинлегенә эйә.