Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
28 Ғинуар 2020, 14:00

Проектҡа старт бирелде

24 ғинуарҙан “School TV” мәктәп телевидениеһы” проекты старт алды, ул Рәсәй Федерацияһының Президент гранттары фонды конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Был көндө проектты ойоштороу-сылар “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарҙы. Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Флүр Дусмөхәмәтов һәм проект етәксеһе Марат Хафизов мөрәжәғәт итте. Осрашыуға БЮТ каналының танылған телевидение алып барыусылары Флүрә Мурзина менән Гөлнур Вәлиева килгәйне. Улар үҙҙәренең телевидениеға нисек килеүҙәре тураһында һөйләне һәм тормоштарындағы ҡыҙыҡлы факттар менән уртаҡлашты.
“Урал” редакцияһы директоры телестудияның төҙөлөү тарихы тураһында һөйләне. Артабан “Кадрҙар артында” видеоролигы күрһәтелде, унда телестудия хеҙмәткәрҙәре тапшырыуҙарҙың нисек төшөрөлөүен, төшөрөү майҙансығында тамашасылар-ҙың эфирҙа күрмәйәсәк ниҙәр булыуын күрһәтте. Бының менән улар сарала ҡатнашыусыларға уның күп көс һәм ваҡыт талап иткән көндәлек ауыр хеҙмәт кенә түгел, ә мауыҡтырғыс, ижади, танып белергә өйрәтеүсе, урыны менән көлкөлө команда эше икәнен дә еткерергә теләй ине.
Шунан конкурс комиссияһы 50 заявка араһынан һайлап алған 23 ҡатнашыусы өсөн тәүге дәрестәр булды. Улар тележурналистика, оператор оҫталығы, видеомонтаж нигеҙҙәрен һәм диктор күнекмәләрен өйрәнде. Үҙ эшенең оҫталары Флүрә Мурзина һәм Гөлнур Вәлиева тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Улар ҡурҡыуҙы нисек еңергә, үҙеңде кадрҙа дөрөҫ тоторға, мәғлүмәт текстары яҙырға һәм видео төшөрөргә өйрәтте. Бик тиҙҙән тамашасылар уҡыусыларҙы телевизор экрандарында күрәсәк.
Күнекмәләр 19 апрелгә тиклем бушлай үтәсәк. Проектты ойоштороу-сылар – “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм “Урал” телестудияһы редакцияһы. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһының Президент гранттары фонды грантына районда буласаҡ беренсе класс уҡыу- сылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Баҫҡыстар” уңыш мәктәбендә дәрестәр уҙғарылғайны инде.