Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
24 Ғинуар 2020, 12:00

Киләсәк – йәштәр ҡулында

25 ғинуарҙа урта профессиональ һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар Студент көнөн билдәләй

Студент тормошо – ул ғүмерҙең иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы осоро, был ваҡытта һин яңы белем алыуҙан тыш бик күп кешеләр менән танышаһың һәм, әлбиттә, дуҫтар табаһың.
Студенттарҙың уҡыу йорттарында уҡыуҙан башҡа йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнеүе тураһында ишетеү һөйөндөрә.
Байрам алдынан беҙ Свердловск өлкәһендәге Мәсетле районы Йәштәр яҡташлығы рәйесе– А. С. Попов исемендәге Урал радиотехника колледжының беренсе курс студенты Ренат Сафин менән һөйләштек:
“Мәсетле районы яҡташлығы – ул Екатеринбург ҡалаһында беҙҙең районды өлкә кимәлендә күрһәтеүсе студенттар һәм эшләүсе йәштәрҙең йәмәғәт берекмәһе.
Беҙҙең берекмә 2019 йылдың ноябрендә ойошторолдо.
Уның составына бөгөн 30 кеше инә. Ул Мәсетле районында тыуып үҫкән һәм әлеге көндә тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәгән һәм уҡыған йәш кешеләр.
Яҡташлыҡтың төп маҡсаты – яҡташтарҙы берләштереү һәм уларға кәрәкле ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ ижади инициативаны, эшлекле әүҙемлекте үҫтереү һәм милли-мәҙәни традициялар- ҙы һәм тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу, ижтимағи, иҡтисади, социаль һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм район менән даими бәйләнеш тотоу.
Берекмә ағзаларының бурысы – өлкә кимәлендә район мәнфәғәттәрен һәм имиджын алға этәреү.
Яҡташлыҡ Башҡортостан Республикаһының Яҡташлыҡтар ассоциацияһы, Өфө ҡалаһындағы Мәсетле районы Йәштәр яҡташлығы һәм башҡа берекмәләр менән үҙ-ара тығыҙ эш итә.
Беҙҙең планда – ошо көндәрҙә Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк “Төбәктең йәштәр перспективаһы” проекты түңәрәк өҫтәлендә, ә февралдә Өфө ҡалаһындағы студенттар форумында ҡатнашыу.
Үҫешәсәкбеҙ һәм йәштәр араһында төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡбыҙ, яҡташтар менән осрашыуҙар, студентлыҡҡа алыу тантаналары, форумдар, хәйриә акциялары һәм башҡа төрлө конкурстар һәм саралар ойошторасаҡбыҙ.
Был берекмә – Екатеринбургта үҙеңде күрһәтеүҙең, үҙ күнекмәләрең һәм оҫталыҡтарыңды үҫтереүҙең, мәсетлеләр араһында ғына түгел, ә башҡа өлкә һәм райондарҙа тыуып үҫкән йәштәр араһында дуҫтар һәм таныштар табыуҙың яҡшы ысулы.
Мәсетле районы йәштәрен беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ”.