Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
17 Ғинуар 2020, 14:00

“SCHOOL TV” мәктәп телевидениеһы көтә һине

Мәсетле районының “Урал ТВ” телестудияһы, “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, район хакимиәте “SCHOOL TV” мәктәп телевидениеһы” проектын тормошҡа ашыра башлай.

Проекттың маҡсаты – балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлау, уны үҫтерергә ярҙам итеү, үҫмерҙәрҙе республика һәм Рәсәй телевизион мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ылыҡтырыу, шулай уҡ уларға тележурналист, оператор, режиссер, монтажсы һөнәрҙәренең башланғыс күнекмәләрен алыуға булышлыҡ итеү.
Проектта ҡатнашыуға саҡырылалар:
- мәктәп йәшендәге (7-нән 18-гә тиклемге) үҙ видеоэштәрен булдырыусы авторҙар йәки авторҙар төркөмдәре;
- балалар видеопродукция-һын булдырыусы мәктәп телевидение студиялары һәм башҡа мәктәп ижади берекмәләре.
Проектта ҡатнашыу өсөн “Был актуаль!” темаһына 3 минутлыҡ автор видеоролигын бирергә кәрәк (видеороликты социаль селтәрҙәрҙәге үҙ аккаунтыңа урынлаштырырға).
21 ғинуарға тиклем https:// ano-sotsium.timepad.ru/ event/1231240/ һылтанмаһы буйынса анкета тултырырға.
Ҡатнашыу шарттары:
- бер ҡатнашыусы (ҡатнашыусылар төркөмө) конкурсҡа 7-гә тиклем эш ебәрә ала;
- конкурсҡа 2019-2020 йылда төшөрөлгән, элек бер ерҙә лә күрһәтелмәгән эштәр ҡабул ителә;
- төрлө форматтағы эштәр ҡабул ителә.
Проектта ҡатнашыу бушлай – президент гранты фонды средстволары иҫәбенә.
Бөтә һорауҙар буйынса проекттың ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә мөмкин:
https://vk.com/public 190861647; [email protected]; https://www.instagram.com/school_tv2020/; +7 919 612-34-72.