Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
16 Декабрь 2019, 13:00

Изгелеккә каникул юҡ

Сочиҙа “Изгелеккә каникул юҡ” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы тамамланды.

Унда Рәсәйҙең 53 төбәгенән йәш ирекмәндәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡарамағында төҙөлгән 70 ирекмәндәр отрядындағы балалар ҡатнашты. Конкурстың финал ваҡиғаһы Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклемге балаларҙы йыйҙы. Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Октябрьский ҡалаларынан һәм Мәсетле районынан биш ирекмән командаһы сығыш яһаны.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы ирекмәндәр эшмәкәрлегенең райондағы эш тәжрибәһен Ринат Абдуллин, София Йомағолова, Альбина Вәлиева күрһәтте.

Сара эшләгән ваҡытта унда ҡатнашыусылар Федераль йәштәр эштәре буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары А. И. Платонов менән осрашты. Шулай уҡ улар Халыҡ-ара ирекмәндәр форумында ҡатнашты, унда РФ Президенты Владимир Путин: “Беҙ һеҙҙең менән әле Сочиҙабыҙ. Тап ошонда ҡышҡы олимпиада осоронда илебеҙҙәге ирекмәнлеккә этәргес бирелде, ә хәҙер беҙҙең илдә ирекмәндәр 15 миллиондан ашыу кеше – был ғәйәт ҙур армия”, – тине.

Сочи ҡалаһының Ҡышҡы театрында проекттар күргәҙмәһе һәм презентацияһы үтте, уның һөҙөмтәһендә Мәсетле районы һәм башҡа ҡалалар балалары йомғаҡлау сараһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Герман Мэлвилл пьесаһы буйынса “Моби Дик” спектаклен махсус күрһәтеү ҡатнашыусылар өсөн күңелле бүләк булды.

Оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар, популяр шәхестәр менән осрашыуҙар, дәртләндереүсе видеороликтар, командала эшләү балаларҙы дуҫтарса аралашыу диңгеҙендә йөҙҙөрҙө!

Балалар командаһын Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Зәлифә Ҡәләмова алып йөрөнө. Сәфәр учреждение директоры Гүзәлиә Әхмәтханова, мәғариф бүлеге белгестәре һәм ата-әсәләрҙең булышлығы ярҙамында мөмкин булды.


Альбина Вәлиева: “Ғәҙәттә, ике сараны берләштергән ваҡытта ул яҡшы барып бөтмәй, ләкин был ул осраҡ түгел. Беҙ “Мәғариф” проектына ярашлы “Изгелеккә каникул юҡ” бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау йыйылышына барҙыҡ һәм өҫтәп “Йыл ирекмәне-2019” халыҡ-ара конкурсы финалына эләктек. Сочиҙа беҙҙе бай программа һәм бүләктәр көткән: конкурс исеме менән свитшот һәм бейдж. Шулай уҡ беҙҙе шундай ҙур сараға бушлай бара алыуыбыҙ шатландыр-ҙы, сөнки барыһы өсөн дә ойоштороусылар түләне, бағыусы “Росмолодежь” булды. Беҙ РФ министрҙары һәм министрҙар урынбаҫарҙары менән танышыу хөрмәтенә лайыҡ булдыҡ. Конкурс дан үтте!


Ринат Абдуллин: “Беҙ быны ғүмергә хәтерҙә ҡалдырасаҡбыҙ! Форум минең эске донъямдың аҫтын өҫкә әйләндерҙе! Күберәк, яҡшыраҡ эшләге килә! Мин “Берҙәмлек” клубының яңы составындағы балалар ошондай сараларҙа мотлаҡ буласаҡ, һәм бер тапҡыр ғына түгел, тип өмөтләнәм!”


Наталья БАУЭР,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусыһы, “Берҙәмлек” клубы етәксеһе.