Эдуард Фәрхетдин улы йәштәргә Рәсәй-ҙәге пенсия системаһы, пенсияның килеп сығыу тарихы, Пенсия фонды эше йүнәлештәре, пенсия төрҙәре һәм уны тәғәйенләү шарттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр нисек пенсия балдары һәм буласаҡ пенсия туплау, Пенсия фондынан электрон рәүештә дәүләт хеҙмәттәре алыу мөмкинлеге, Рәсәй Пенсия фонды сайтында граждандың шәхси кабинеты һәм мобиль ҡушымта ярҙамында буласаҡ пенсияны тәүге эш көнөнән үк контролдә тотоу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәткә эйә булды.
Презентация ваҡытында улар пенсия тәьминәтенең тормоштоң айырылғыһыҙ факторҙары – эш, хеҙмәт хаҡы, уҡыу, бала тыуыуы, армияла хеҙмәт менән бәйле булыуын белде. Эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүҙең мөһимлегенә һәм эшкә урынлашҡанда ниндәй мәлдәрҙе күҙ уңында тоторға икәнлегенә иғтибар йүнәлтелде.
Студенттарҙың һүҙҙәренсә, осрашыу улар өсөн бик тә фәһемле булған, бигерәк тә мобиль ҡушымталар һәм уҡыусылар өсөн сайттар ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Сара һуңында ҡыҙҙар һәм егеттәргә мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында ҡатнашыу тураһында ентекле аңлатылған сағыу буклеттар тапшырылды. Һәр кем үҙ киләсәген хәстәрләргә тейеш.