Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
28 Октябрь 2019, 17:00

Зөбәржәттең Америкалағы каникулдары

Күптәр сит илдә булырға һәм ял итергә хыяллана.

Әммә диңгеҙ аръяғына сәйәхәт итеү һәр кемдең хәленән килмәй – хыялыңдағы илгә барып ҡайтыу өсөн күп сығымдар талап ителә. Ә шулай ҙа йәштәрҙең студенттар менән халыҡ-ара алмашыу программалары ярҙамында теләктәренә ирешеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Хәҙер Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡыҙҙар һәм егеттәр, шул иҫәптән беҙҙең район йәштәре лә Штаттарға барыу мөмкинлегенә эйә. Теләш ауылынан яҡташыбыҙ – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетында V курста уҡып йөрөгән Зөбәржәт Әхмәтшина ла Ҡушма Штаттарҙы күреү бәхетенә иреште.

Унда йәшәгәндә һәм эшләгәндә алған тәьҫораттары менән беҙҙең менән уртаҡлашты.

“Майҙа мин студенттар өсөн “Work and travel” (“Эш һәм сәйәхәт”) программаһы буйынса тәү тапҡыр Америкаға юлландым. Халыҡ-ара студенттар менән алмашыу программаһы йәйге каникул ваҡытында АҠШ буйлап сәйәхәт итергә һәм унда эшләргә мөмкинлек бирә. Был программала, һуңғы курста уҡыусыларҙан тыш, вуздың бар студенттары ла ҡатнаша ала. Унда юлланыусыларға инглиз телен мотлаҡ белергә кәрәк.

Мин Мэн штатында Йорк округының Оганквит ауылында йәшәнем һәм эшләнем. Әммә ул беҙҙең ауылдарға оҡшамаған. Унда барыһы ла: кинотеатрҙар, ресторандар, сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре бар. Оганквит штаттағы иң популяр йәйге курорттарҙың береһе булып тора. Унда майҙан ноябргә тиклем тормош ҡайнай. Туристар араһында пенсионер-ҙар һәм балалы ғаиләләр бик күп.

Сәфәр барышында мин ике урында эшләнем: сувенирҙар магазинында һатыусы һәм рес-торанда официант ярҙамсыһы.

Әйткәндәй, эш – Америкалағы каникулдарҙың бер өлөшө генә. Икенсеһе – Штат буйлап тур. Беҙ дуҫтарыбыҙ менән ҡуртымға автомобиль алдыҡ һәм Американың көнбайыш өлөшө буйлап сәйәхәт иттек: Лос-Анджелес һәм Лас-Вегас ҡалаларында булдыҡ.

Сәйәхәт миңә ҙур тормош тәжрибәһе бирҙе, аң даирәмде киңәйтте. Мин бөтөнләй икенсе йәшәү шарттары, традициялар менән таныштым. Тел өйрәнеү өсөн бындай сәфәрҙәр – бик яҡшы мөмкинлек. Киләсәккә маҡсатым – Ҡытайҙа булыу, университетта инглиз теленән тыш ҡытай телен дә өйрәнәм.”