Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
8 Август 2019, 16:00

Иғтибарлы булығыҙ, йәйәүлеләр!

Йәйәүлеләр өсөн махсус сығыу урыны булғанда, һәр тәрбиәле кеше шунан сығырға тырыша. Тейешле урындан сығыуҙан да уңайлырағы юҡ кеүек.

Ҡағиҙә буйынса, автомобиль руле артында ултырыусылар, туҡтап, уларға юл бирергә тейеш. Әммә тәжрибәнән күренеүенсә, был гел генә улай килеп сыҡмай. Йәйәүлеләр өсөн махсус юлдарҙа килеп сыҡҡан юл-транспорт ваҡиғаһы статистикаһы шул хаҡта һөйләй. Ҡағиҙәләрҙе водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙа боҙа.

Ошо көндәрҙә Йәштәр үҙәгенең “Бергә” йәштәр хәрәкәте активистары, йәш гвардиясылар ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Вадим Шәрипов менән берлектә тематик акция уҙғарҙы. Ул юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм улар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Профилактик сара өсөн иң хәүефле урындарҙың береһе – Тракт урамы менән Үҙәк урам киҫелештәре һайланды. Был киҫелештә кешеләр юл аша тәғәйенләнмәгән урындан сыға, шуның менән үҙҙәрен дә, тирә яҡтағыларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуялар.

Ҡыҙыл буяу һәм алдан әҙерләп ҡуйылған “Пешеход, смотри по сторонам!” тигән яҙыулы трафарет ярҙамында акцияла ҡатнашыусылар асфальтҡа яҙыу буяп ҡуйҙы. Хәҙер был яҙыу йәйәүлеләрҙе киҫәтеп торасаҡ.