Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
15 Апрель 2019, 12:09

Киләсәк – йәштәр ҡулында!

“Йәш гвардия”ға яңы етәксе һайланды



Районыбыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы урындағы бүлексәһенең “Йәш гвардия” йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә.

Беҙҙә йәш гвардиялылар “Бер-ҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты һәм Йәштәр үҙәге ярҙамы менән 2012 йылда үҙ штабтарын булдыралар һәм әүҙем эш башлайҙар.

“Йәш гвардия” составына 14-30 йәштәге 30-лап кеше инә. Улар йәштәр сәйәсәте бүлеге менән берлектә эш алып баралар, урындағы үҙидара органдары менән йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән мәсьәләләр буйынса үҙ-ара эш итәләр, шулай уҡ йәштәр өсөн көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙамлашалар.

Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү, бурыстарҙы үтәү башлыса етәксенең башҡарған ғәмәлдәренән тора. Ошо көндәрҙә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы урындағы бүлексәһенең сираттағы ултырышында “Йәш гвардия” ойошмаһына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул – Халыҡ мәш-ғүллеге үҙәге инспекторы Илһөйәр Ғәлимова. Йәш ҡыҙ был вазифаға яңы аяҡ баҫып ҡына торһа ла, яуаплы эштән ҡурҡмай һәм районыбыҙ именлеге хаҡына хеҙмәт итергә әҙер.

– Миңә йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнеү һәр ваҡыт оҡшаны. “Йәш гвардия”ны етәкләүҙән баш тартманым, сөнки кешеләргә, асыҡлабыраҡ үткәндә, район йәштәренә үҙ урындарын табыуҙа, шәхес булараҡ үҫешеүҙә ярҙам итеү теләге бар, бер юлы үҙем дә үҫешәсәкмен. Еңел булмаясаҡ, әлбиттә, әммә мин булдырырмын, тип ышанам.