Республиканың Йәштәр яҡташлыҡтары ассоциацияһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Унда беҙҙең район йәштәр яҡташлығы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Ҙур күләмле һәм ҡыҙыҡлы сарала күргәҙмә ойошторол-ғайны. Төрлө райондар вә- килдәре үҙҙәренең тыуған яҡтары тураһында һөйләне һәм үҙ проекттарын презентацияланы, улар араһында – “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумы, “Урал мираҫы” этнофорумы.
Юбилейҙы байрам итеү барышында йәштәр яҡташлыҡтары эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл булды. Ассоциация төбәктә иң ҡеүәтле йәмәғәт ойошмаларының береһе булып тора, уның сос-тавында бөтә республика буйынса 1000 активист тора, улар былтыр 1300000 һум социаль инвестиция йәлеп иткән.
Концерт программаһында йәш артистар ҙа, йәштәр яҡташлыҡтарының ижади коллективтары ла, популяр артис-тар ҙа сығыш яһаны. Беҙҙең райондан Азамат Зәйнетдинов килгән ҡунаҡтарға ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте.
Район йәштәренә ярҙам итергә һәм ҡотларға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова бар-ҙы. Яҡташлыҡ активистарына улар ойошма мәнфәғәтендә уңышлы эш йылдары өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Айгөл Хафизова, Айнур Зәйнетдинов һәм Данил Беловтарҙың айырыуса мөһим эшмәкәрлеген билдәләп, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев уларҙы рәхмәт хаттары менән наградланы.
Әйткәндәй, Мәсетле яҡташлығының үҙ логотибы барлыҡҡа килде. Уның дизайнеры – Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы студенты Алмаз Әхмәтханов.