Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
25 Ғинуар 2019, 12:03

Студент ҡыҙ хыялына ышаныслы бара

Рәсәйҙә 25 ғинуарҙа бөтә ил Татьяна көнөн билдәләй, ул күберәк Рәсәй студенттары көнө булараҡ танылған.

Бөгөн был байрамды белмәгән һәм билдәләмәгән студентты табыуы ҡыйын. Рәсәй студенттары көнөндә традицияны боҙмайынса, беҙ һеҙгә 1-се лицейҙы тамамлаған, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең иң абруйлы вуздарының береһендә уҡып йөрөгән студентка Әлфиә Бикташева тураһында һөйләйбеҙ.

Ул О. Е. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университетының беренсе курсында “Милли хәүефһеҙлектең хоҡуҡи тәьминәте” йүнәлеше буйынса белем ала.

Лицейҙа уҡыған сағында ул район, республика һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларында даими ҡатнаша, баскетбол буйынса спорт секцияһында шөғөлләнә, лицейҙа концерттар һәм байрамдарҙы алып бара. 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейын алтын миҙалға тамамлап, Әлфиә хыялына табан бара.

Ни өсөн тап ошо вузды һайланың, тигән һорауға: “Барыһынан да элек, ул мин ынтылған сифатлы юридик белем алыу өлкәһендә төп юғары уҡыу йорто булып тора.Тотош уҡыу процесы хоҡуҡи өлкә менән тулы, уҡытыусыларым – ғәмәлдәге юғары квалификациялы юристар, атап әйткәндә, судьялар, прокурорҙар, адвокаттар, шулай уҡ уларҙың күпселеге фән булараҡ хәҙерге Рәсәй ҡануниәтенә, юриспруденцияһына ҙур өлөш индергән юридик фәндәр докторҙары һәм кандидаттары”.

Тағы ла ҡыҙ уҡыуҙың еңел булмауын, йөкләнештең белем кимәле менән тулыһынса аҡланыуын билдәләне. Әлеге ваҡытта ул үҙенең тәүге сессияһын япҡан, һәм ул, әгәр ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, барыһын да ярайһы уҡ еңел тапшырырға мөмкин, ти.

Әлфиәнең студент тормошо ҡыҙыҡлы бара һәм бай йөкмәткеле. Университетта даими рәүештә халыҡ-ара ғилми конференциялар үтә. Шуның менән бергә, бында күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үтеүсе һәр төрлө сараларға йөрөү мөмкинлеге бирелә. Мәҫәлән, күптән түгел ул Рәсәй конституционализмының 100 йыллығына арналған пленар ултырышта ҡатнашҡан, унда уҡытыусылар һәм студенттар 1993 йылғы конституцияның альтернатив проекттарын тикшергән.

Әлфиәнең пландарында – университетты тамамлау, уҡыуҙағы ҡайһы йүнәлештәр уға уңышлыраҡ бирелеүен билдәләп, шуларҙы һөнәри эшмәкәрлектә бойомға ашырырға ынтылыу.