Йәш һәм инициативалы кешеләр менән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин осрашты. Ул рай-он тормошонда булған күңелле һәм мөһим ваҡиғалар тураһында һөйләне, мәсетлеләрҙең пландары һәм артабан- ғы перспективалары менән уртаҡлашты.
Әнис Ҡасим улы тыуған яҡтарына булған һөйөүҙәре һәм яҡташтарына күрһәткән ярҙамдары өсөн яҡташлыҡ ағзаларына оло рәхмәт белдерҙе.
Йәштәр яҡташлығы йыйылышы 19 октябрҙә уҙғарылды. Яҡташлыҡтың беренсе рәйесе Флүр Дусмөхәмәтов йәштәр менән үткән йылдар, башҡарылған эштәр тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Яҡташлыҡ ағзалары яңы хис-тойғолар, теләктәр һәм илһам алды. Алда – ҡыҙыҡлы эштәр һәм яңы проекттар.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр алда торған “Бағышлама-2018” сараһына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.