Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
31 Октябрь 2018, 19:00

Беҙ яратҡан КВН

Яңыраҡ Дыуан районының Мәсәғүт ауылында КВН Баш-ҡорт юниор-лигаһының VI миҙгеле Төньяҡ-Көнсығыш зонаһында фестиваль үтте. Фестивалдәрҙең уртаҡ темаһы – “Алтылағы –алтмышта”.

Уйындар 2014 йылдан бирле үтә һәм әлеге фестиваль иҫәп буйынса бишенсе – юбилейлы булды. Был юлы туған башҡорт телендәге КВН барлығы туғыҙ команданы йыйҙы.

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйынында Мәсетле районы егет-ҡыҙҙары дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Барыһы ла гел генә килеп сыҡмаһа ла, уларҙың кәйефтәре ҡырылмай. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһынан Айһылыу Хафизова (команда капитаны), Денислам Хөрмәтуллин, Динислам Хәкимов, Айтуған Зәйнетдинов, Айтуған Нохов, Айнур Абдулхаков, Азамат Ғәлимов (актерҙар), Илдар Шакирйәнов (тауыш операторы) составындағы беҙҙең “Замана балалары” командаһы “Иң яҡшы мәрәкә” номинацияһында диплом алды.

Ә һеҙҙең, ни өсөн барыһы ла КВН-ды ярата икән, тип уйлағанығыҙ бармы? Сөнки был уйында еңелеүселәр юҡ! Беҙҙең команданың да барыһы ла алда әле.

Айгөл ЗӘБИХУЛЛИНА,

“Замана балалары” командаһы етәксеһе.