Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Октябрь 2018, 19:05

Күңелде дауалау – мөһим

Беҙ йәштәрҙең ҡалаға китеүҙәренә зарланыуҙарҙы йыш ҡына ишетәбеҙ. Әммә улар араһында ауылда ҡалыуҙы өҫтөн күреүселәр ҙә бар. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Илвир Фәттәхов та хеҙмәт юлын тыуған яҡтарында башларға була.

Илвир быйыл Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, “психолог” һөнәрен үҙләштергән. Уҡыу осоронда ул һөнәри күнекмәләр тупларға ла өлгөргән. Өсөнсө курстан Өфөлә бушлай психологик консультациялар бирә башлаған, йыл ярым Омск ҡалаһындағы полиция хеҙмәтенә консультация биргән.

– Психолог һөнәрен мин аңлы рәүештә һайланым, – ти йәш белгес. – Ҡағыҙ эше менән түгел, ә кешеләргә реаль ярҙам менән шөғөлләнергә теләнем. Уҡыу осоронда психология буйынса үҙ методтарымды эшләп сығар-ҙым һәм уны эшемдә ҡулланам.

Ҡалала консультациялар уҙғарғанда ҡыҙыҡлы һәм һирәк осраҡтар менән эш итергә тура килә. Шуларҙың береһе: ҡыҙ йоҡлаған ваҡытта һөйләшкән һәм тороп йөрөгән, уяу ваҡытында ул төрлө тауыштар ишеткән һәм улар менән аралашҡан. Баҡтиһәң, был хәл уның иң яҡын әхирәте менән һүҙгә килешеү сәбәпле килеп тыуған икән. Стресс һөҙөмтәһендә ул тауыштар ишетә башлаған.

– Күп нерв ҡуҙғыуҙарының һәм сирҙәрҙең төп сәбәбе – стресс, – ти Илвир. – Шуға күрә үҙ тойғоларыңды, проблемаларыңды һәм күңел әрнеүҙәреңде яҡындарың менән күберәк бүлешергә кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҙур проблема булып тойолған хәлдәр ҙә, уны уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, хәл ителә. Стресс оптимист һәм юморға бай кешеләрҙе алмай.

Илвир үҙ эшмәкәрлеген мобиль психолог булараҡ башларға уйлай. Ул клиент янына консультация үткәрергә үҙе барасаҡ.

– Кеше күңелен дауалау, тәнде дауалаған кеүек үк мөһим, – ти ул.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.