Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
24 Сентябрь 2018, 16:05

“Смайлик”ка – 36 йәш!

19 сентябрь ябай көҙ көнө генә түгел. Был көндө Смайликтың тыуған көнө билдәләнә. Уның нимә икәнен интернет аша хат яҙыш- ҡандар яҡшы белә.

36 йыл элек, 1982 йылдың 19 сентябрендә, Карнеги-Меллон университеты профессоры Скот Фалман компьютер аша яҙышыуға йылмайыуҙы аңлатҡан билдә индерергә теләй. Был символға ул Смайл тип исем бирә.

Ошо дата уңайынан райондың “Бергә” йәмәғәт йәштәр ирекмәндәр хәрәкәте активистары быйыл тәү тапҡыр ғәҙәти булмаған акция – Смайликтың тыуған көнөн уҙғарҙы. Улар уҙып барыусыларға был “ихлас” символ менән фотоға төшөргә тәҡдим итте, смайлик төшөрөлгән флажоктар һәм мандариндар бүләк итте һәм йышыраҡ йылмайырға, изгелек эшләргә өндәне.

Йәштәр үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.