Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
23 Август 2018, 16:10

Әләгәҙ ауылында Студенттар көнө

Бына йәйҙең һуңғы көндәре етте. Ә Әләгәҙ ауылында үткән STUDENT PARTY арҡаһында студенттар уларҙы сағыу һәм күңелле итеп иҫтәрендә ҡалдырасаҡ.

Кисәне Өфөнән махсус саҡырылған ҡунаҡтар – XBAND кавер-төркөмө биҙәне. Улар үҙҙәре менән бихисап көйҙәр, дәртләндергес йырҙар һәм буяуҙар фестивален алып килгән.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы – Әләгәҙ йәштәрен ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәлитов ҡотланы. Ауылдың мәҙәни һәм социаль тормошонда ҡатнашыу-сы иң әүҙем студенттарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Кисәнең дәртле һәм феерик программаһы бер тында үтте. Йәштәр генә түгел, ә өлкәнерәктәр ҙә күңел асты. Онотолмаҫ был кисәне байрам салюты тамамланы.

Байрамды ойоштороусы Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте бағыусылар Наталья Зырянова, Альберт Ғафаров, Әлфиә Байрамғолова, Илфат Зиннәтуллин, Эдуард Симонян, Гөлнара Фәрхетдинова, Дилариса Шакирова, Иван Скрябин, Алина Даяноваларға оло рәхмәт белдерә. Улар-ҙың ярҙамынан башҡа ундай шәп сара булмаҫ ине.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.