Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
21 Август 2018, 14:09

Студенттар йәйе-2018

Күп йылдар дауамында Оло Ыҡтамаҡ ауылында мәсетлеләр өсөн онотолмаҫлыҡ һәм үтә күңелле “Студенттар йәйе” байрамы үткәрелә, унда юғары уҡыу йорттары уҡыусылары ғына түгел, ә күптән инде бөтмәҫ сессиялар һәм икмәкте дуҫтары менән бүлешкән замандар менән хушлашҡандар ҙа йыйыла.

Әйтергә кәрәк, был байрамдың девизы – Күңелле һәм шау-шыу менән. Шулай уҡ “Һомғол һәм күркәм: киске программа алдынан “Мисс Студенчество-2018” матурлыҡ һәм һомғоллоҡ конкурсы үтте. Унда иң ҡыйыу, матур һәм һәләтле туғыҙ студентка ҡатнашты. Улар һәр бер тамашасының йөрәген беренсе минуттан уҡ яулап алды һәм һуңына тиклем конкурсанткалар өсөн өҙгөләнергә мәжбүр итте. Ҡыҙҙарҙың хәрәкәттәренең еңеллеге һәм һығылмалығы һәр береһен таң ҡалдырҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса “Һоҡланғыс һылыу-ҡай” исеменә Тимерәктән Венера Шафиҡова лайыҡ булды, “Һомғол һылыуҡай” – Алина Йоносова (Оло Ыҡтамаҡ), “Ижади һылыуҡай” – Ләйсән Сабирова (Оло Ыҡтамаҡ ауылы), “Һөйкөмлө һылыуҡай” Изабелла Шамакова (Яңы Мишәр), артислыҡ оҫталығына эйә һылыуҡай тип Лилиә Мөхәмәтйәнова (Оло Ыҡтамаҡ) табылды, Ноэль Ахунова (Оло Ыҡтамаҡ) тамашасылар һөйөүен яуланы. “Икенсе вице-һылыуҡай” исеме Татьяна Михайловаға (Оло Ыҡтамаҡ) бирелде, “Беренсе вице-һылыуҡай – Эльвина Ғайсина (Оло Ыҡтамаҡ). Ә инде конкурс еңеүсеһе тип Гөлсөм Нуриева (Яңы Яуыш) табылды.

Бүләкләгәндән һуң һылыу-ҡайҙар заманса бейеү менән үҙәк майҙандағы сәхнәгә сыҡты.

“Студенттар йәйе-2018” сараһының тантаналы өлөшөн район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты. Ул студенттарҙы һәм абитуриенттарҙы байрам менән ҡотлап, бик күп йылы теләктәр еткерҙе.

Студенттар өсөн байрамды төрләндереү маҡсатында “SMS-ҡотлау” бәйгеһе ойошторолғайны. Теләге булған һәр кем унда байрам уңайынан ҡотлауҙарын һәм теләктәрен ебәрә алды. Бәйгегә йомғаҡ кисә һуңында яһалды. Еңеүсе “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең Мәсетле районындағы бүлегенән бүләк алды.

–Бөгөнгө студенттар – ул райондың, республиканың, тотош илдең киләсәге, – ошондай һүҙҙәр яңғыраны был кистә алып барыусылар-ҙан.

Һайлау алдынан студент-тарҙың һайлау хоҡуҡтарын белеү кимәлдәрен тикшереү маҡсатында викторина ойошторолдо.

Ҡыйғы районынан килгән махсус ҡунаҡтарҙың – артистарҙың иҫ китмәле сихри бейеүҙәре кисәгә айырым бер төҫ бирҙе. Ә инде байрам ахырында “Alliance” вокаль-инструменталь төркөмө башҡар-ған көйҙәр аҫтында фейерверк аттылар.

“Студенттар йәйе-2018” туҡтауһыҙ алҡыштар, шаярыу һәм көлөү тауыштары аҫтында үтте. Ҙур сағыу байрам студенттарға яңы уҡыу йылына көс һәм дәрт өҫтәгәндер тип ышанабыҙ.

Наҙгөл ТӘҠИЕВА,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.