Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Июнь 2018, 13:48

Беҙ – ЭРГӘЛӘ!

Социаль әһәмиәтле проекттар өсөн өҫтәмә ресурстарҙың иң киң таралған сығанағы булып гранттар тора.

Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә, уның гражданлыҡ әүҙемлеген күтәреүгә һәм йәш быуындың сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Конкурста ҡатнашыуға быйыл Рәсәй Федерацияһының 85 субъектынан 7809 кеше заявка биргән. 7735 кеше проектын тәҡдим итте һәм улар-ға конкурсҡа рөхсәт бирелде.

“Беҙ – ЭРГӘЛӘ!” социаль проекты Рәсәй Федерацияһының Федераль йәштәр эштәре буйынса агентлығының 150000 һум күләмендәге грант ярҙамын алды. Проект идеяһы – Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге педагог-психологы Гөлнара Шәйхелисламованыҡы. етәксеһе булып 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының 9-сы класс уҡыусыһы, ирекмән Алина Шәйхелисламова тора. Проекттың төп маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙәге үҫмерҙәргә һәм район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылдарҙан профилактик иҫәптә торған үҫмер-ҙәргә ярҙам итеү.

Проект үҫмерҙәрҙең йәшәү потенциалын, яңы шәхси тәжрибә алыу аша үҙ баһаһын күтәреүгә, яңы белемдәр, оҫталыҡтар һәм күнекмәләр үҙләштереүгә булышлыҡ итә, райондың йәшәү эшмәкәрлеген күтәреү буйынса мәғлүмәт алыу өсөн шарттар тыуҙыра, социаль-мәҙәни тормошто, гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға һәм патриотизмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Проект сиктәрендә иң әүҙем ирекмәндәргә ноутбуктар тапшырылды. Уларҙы райондың биш торама пунктында алдылар: Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай, Яңы Мишәр, Оло Аҡа һәм Ҡорғат ауылдарында.

“Беҙ – ЭРГӘЛӘ!” социаль проектын бойомға ашырыу ваҡытында үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялдарын төрләндереү, сәләмәт йәшәү рәүеше, ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Райондың бөтә ирекмәндәрен проектҡа ҡушылырға һәм ҡатнашырға өндәйбеҙ. Беҙҙе “Бәйләнеш”тә та- бырға мөмкин.


Гөлнара ШӘЙХЕЛИСЛАМОВА,

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге педагог-психологы.