Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Март 2018, 18:17

Марафон старт алды

Мәктәптәр араһында “3Д” тип атал-ған район кимәлендәге өс айлыҡ ирекмәндәр марафоны үҙ эшен башланы. Ни өсөн шундай ҡыҙыҡ исем бирелгән тип уйлайһығыҙ? Бында өс баш хәреф алынған – “Думай! Двигайся! Действуй с Российским движением школьников!”

Беренсе йыйылыш Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында үтте. Унда райондан 11 команда ҡатнашты: “Изгелек академияһы” (1-се лицей, 7-се класс), “ИКС кешеләр” (Башҡорт гимназияһы), “Изге йөрәктәр” (Йонос), “Аврора” (Оло Аҡа), “Спортсылар” (Әләгәҙ), “Black star” (Ләмәҙтамаҡ), “Тимур командаһы” (Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто), “Ҡайнар йөрәктәр” (Теләш), “Бер аҙым алға” (1-се лицейҙың 5-се класы), “Адреналин” (Түбәнге Бобин), “Янған йөрәктәр” (Яңы Яуыш). Уларҙың һәр береһе үҙҙәре менән таныштырҙы.

Был көндө егет һәм ҡыҙҙарҙы ун баллы шкала буйынса йәшерен эксперттар баһаланы. “Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте менән бергә йылмай” тип исемләнгән мөйөштә фотосессия ойошторолдо. “Берҙәмлек” клубы оҫталыҡ дәрестәре үт- кәрҙе: 20 минут дауамында ошо хәрәкәт менән таныштырҙы, зал менән уйындар уйнаны, күмәкләп бейетте. Был күнекмәләр мәктәптәрҙә саралар ойошторғанда ҙур ярҙам буласаҡ.

Шулай уҡ уҡыусылар аҙна һайын онлайн рәүештә заданиелар үтәйәсәк, уның өсөн балдар аласаҡ.

Ошондай ҙур эштәрҙән һуң Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағындағы “Аккорд” гитара берекмәһенең “Перемены” төркөмө сығышын ихлас ҡараныҡ. Йыйылышты ябыу тантанаһында тәүге йомғаҡтар яһалды, командалар балдарға эйә булды, һәр командаға ярҙамға куратор беркетелде.

Шулай итеп Мәсетле районында “3Д” ирекмәндәр марафоны старт алды! Командалар аҙна һайын бирелгән заданиеларҙы үтәй башланы. Ентекле мәғлүмәтте “Бәйләнештә”ге “РДШ. Мечетлинский район” төр-көмө аша белергә мөмкин (https://vk.com/public154961794).

Марафонда алған тәьҫораттары менән 1-се лицейҙың 5 “А” класы уҡыусыһы Адэлия Ҡәләмова уртаҡлашты:

– Лицейҙан марафонда бишенсе һәм етенсе кластар ҡатнаша. Бишенсе кластың “Бер аҙым алға” командаһы шаян егеттәрҙән һәм маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙарҙан тора. Улар танау төшөрөп ултырырға белмәй, һәр хәлдән сығыу юлын таба. Улар: “Беҙ төрлө. Ләкин беҙҙе бер нәмә берләштерә. Беҙ ер йөҙөндә изгелек тыуҙыра алабыҙ һәм тыуҙырырға теләйбеҙ. Беҙ балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ!”, – ти.

“Изгелек академияһы” – етенсе кластарҙың командаһы. Ундағы уҡыу-сылар изгелек бүләк итергә ярата. Сөнки улар хәҙерге заманда кешеләр-ҙең күбеһе ярҙамға мохтаж икәнлеген яҡшы белә. “Беҙ татыу, берҙәм һәм әүҙем команда. Бөтә эштәр ҙә беҙҙең ҡулдан килә һәм бөтә нәмә беҙҙән тора икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ”, – ти егет һәм ҡыҙҙар.

Зөлфиә ХАФИЗОВА,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң “Берҙәмлек” клубы ағзаһы.