Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
26 Февраль 2018, 17:30

Ватансылыҡ “Зарница”нан башлана

21 февралдә Дыуан күп профилле колледжы филиалында “Зарница” хәрби-патриотик уйыны булды. Унда райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре, колледж филиалының, шулай уҡ күрше райондың Яраҫтау ауылынан беренсе курс студенттары ҡатнашты.


“Зарница”ла ҡатнашыусылар.



Ҡатнашыусыларҙы Баш-ҡортостан Республикаһы Бельский казактары берекмәһенең Оло Ыҡтамаҡ бүлеге начальнигы – атаман Юрис Сафиуллин, район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы директоры Рөстәм Дистанов сәләмләне.

10 команда вәкилдәре төрлө өлкәләге белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Традицион теҙелеү һәм рапорттар биргәндән һуң командалар маршрут ҡа-ғыҙҙары алды. Уйын программаһы 11 төр һынауҙы үҙ эсенә ала ине: строй әҙерлеге, АК-74 ҡоралын һүтеп-йыйыу, пуля менән атыу, ҡаршылыҡтар һыҙаты, граната ырғытыу, медицина-санитария әҙерлеге, ерлектә юҫыҡ тотоу, саңғы уҙышы, теоретик белемдәрҙе тикшереү, противогаз кейеү, гер күтәреү. Һәр этапта командалар мәрәйҙәр йыйҙы.

Уйын ойошҡанлы, дәррәү үтте. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе “Берәү барыһы, барыһы берәү өсөн” ҡағиҙәһен үтәне. Хатта педагогтар ҙа ситтә ҡалманы: хәлдәренән килгәнсә тәрбиәләнеүселәрен хуплап-дәртләндереп торҙо, улар өсөн борсолдо.

Командалар бәйгеләрҙең бөтә этаптарын да лайыҡлы үтте. Конкурстар йомғаҡтары буйынса 1-се лицей командаһы дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында беренсе урынға сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Башҡорт гимназияһы һәм Оло Аҡа мәктәптәре егеттәре бүлеште. Филиалдар араһында– Оло Ыҡтамаҡ ауылындағыһы беренсе, яраҫтауҙыҡылар – икенсе урында.

Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. “Зарница” кеүек саралар коллективтың тупланыуына, уҡыусыларҙың физик сифаттарын үҫтереүгә, балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү күнекмәләрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Айгөл ШӘРӘПОВА.