Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
15 Февраль 2018, 17:29

Әүҙемдәр, ҡыйыуҙар, тапҡырҙар

9-10 февралдә Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалында “Беҙҙең исем – йәштәр!” район йәштәр форумы һәм “XXI быуат лидеры” конкурсы үтте.


“XXI быуат лидеры” конкурсы еңеүселәре һәм номинанттары.


Тәбрикләү һүҙендә район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев: “Форум – үҙ-үҙеңде күр- һәтеү, аралашыу һәм тәжрибә менән алмашыныу өсөн яҡшы мөмкинлек”, – тине. Шунан тантаналы рәүештә Мәсетле районы активистарына ирекмән кенәгәләре тапшырҙы.

Форумға ярашлы Өфө ҡунаҡтары – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Ирекмәндәр үҙәге вәкилдәре Гөлнара Гәрәева менән Кристина Дмитриева наркотиктарға ҡаршы һәм ирекмәндәр темаһына оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар уҙғарҙы.

“XXI быуат лидеры” конкурсының район этабы инде унынсы тапҡыр үтә. Унда Мәсетле районының балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары һәм етәкселәре ҡатнашты.

“Үҙ-үҙеңде презентациялау” конкурсында балалар-ға үҙҙәрен мәктәп үҙидаралығы лидеры булараҡ күр-һәтергә, үҙҙәренең мауығыуҙары һәм ҡаҙаныштары, йәмәғәт эше тәжрибәһе хаҡында һөйләргә кәрәк ине. Артабан конкурс- та ҡатнашыусылар өсөн кинематография, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге шәхестәрҙе, шағир һәм яҙыусыларҙы белеү-белмәүҙәренә тест уҙғарылды. Шулай уҡ “Мөмкинлектәр”, “Олимп”, “Ҡайҙа логика?” уйындары, “Бейеү флешмобтары” оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Икенсе көндө балаларға үҙ уҡыу йорттарында бо-йомға ашырырға ниәтләгән йәки инде тормошҡа ашыр-ған социаль проекттарын яҡлайһы бар ине. Иң күп балдар йыйған проекттарҙы артабан бойомға ашырыу өсөн район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең аҡсалата сертификаттары менән бүләкләнеләр. Ундай ярҙамды Ксения Сәлихованың “Ҡарт һәм яңғыҙ кешеләргә яр-ҙам” (ике мең һум) һәм Алина Хөсәйенованың “Ҡала квестары” (өс мең һум) проекттары алды.

Конкурсанттар бөтә һынауҙарҙа ла үҙҙәренең коллективта эшләй белеүен мөмкин тиклем нығыраҡ асырға тырышты, шулай уҡ белемдәрен, таланттарын, башҡарыу оҫталыҡтарын, зирәклектәрен һәм юмор тойғоларын күрһәтте. Йәштәр үҙәге һәм мәғариф бүлеге белгестәре, “XXI быуат лидеры” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙан торған жюри конкурсанттар яуаптарының үҙенсәлеклеген, ойоштороу, ижади һәм аралашыу һәләттәрен, интеллектуаль үҫеш кимәлдәрен баһаланы.

Асыҡ конкурентлы көрәш һөҙөмтәһендә урындар түбәндәгесә бүленде. 12-нән 14-кә тиклемге йәш номинацияһында Анита Ғафарова (“Йәш мәсетле” район ижтимағи йәштәр ирекле хәрәкәте) абсолют лидер булды, “Уңышҡа бер аҙым” –Ксения Сәлихова (“Йәш мәсетле”), “Ҡыйынлыҡтар аша йондоҙҙарға“– Александр Серебренников (”Татыу умарта”, Әләгәҙ мәктәбе). 15-тән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында Алина Хөсәйенова (“Йәш мәсетле”) еңеүсе булды, “Еңеүгә ынтылыш” – Олеся Малышева (“Йәй-ғор” район балалар йәмәғәт берекмәһе составында “Бер-ҙәмлек” инструкторҙар клубы), “Уңышлы старт” – Диана Ғиздуллина (“Аккорд” гитара көйө).


Айгөл ШӘРӘПОВА.