Райондың йәш ирекмәндәре.
Беҙҙең районда Йәштәр үҙәге ҡарамағында “Йәш Мәсетле” ирекмәндәр хәрәкәте һәм “Тыныслыҡ” волонтер-ҙар корпусы эшләп килә. Улар-ға 1-се лицейҙан, Башҡорт гимназияһынан һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалынан 70-тән ашыу уҡыу-сы йөрөй.
Мәсетле волонтерҙары һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер – беҙҙең районда улар-ҙан тыш бер генә сара ла үтмәй.
“Йәш Мәсетле” ирекмәндәр хәрәкәте һәм “Тыныслыҡ” волонтерҙар корпусы ағзалары хәүефле сирҙәргә ҡаршы көрәшкә арналған саралар үткәрә. Патриотик тәрбиә биреү улар эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. “Георгий таҫмаһы”, “Үлемһеҙ полк”, “Һалдат бутҡаһы”, “Хәтер шәме”, “Хәрби дан көнө” акциялары – быға дәлил. Үткән йыл экологияға арналған акцияларға бай булған: “Терпеләр йәшәргә тейеш” Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса ҡулланылған батарейкалар йыйыу буйынса ҙур эш башҡарылған, “Таҙа ярҙар” акцияһы йыл дауамында өс тапҡыр үткәрелгән. Йәш быуында экологик мәҙәниәт формалаштырыу маҡсатында “Мәсетле районының бәләкәй һылыуҡайы” конкурсы сиктәрендә “Эко-парад” үткәрелгән. Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенттары “Миләш” магазины артындағы рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплекте бөтөрөү буйынса өмәлә ҡатнашҡан.
Ирекмәндәрҙең изге эштәр башҡарып үткәргән сәғәттәренең уларға беркетелгән таныҡлыҡта күрһәтелеүен билдәләп үтергә кәрәк. Был сәғәттәр киләсәктә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл төрөндә иҫәпләнәсәк. Бөгөнгә Йәштәр үҙәге шундай туғыҙ таныҡлыҡ тапшырған, тағы ла алты кешегә юллама әҙерләгән. Волонтерлыҡ өсөн өҫтәмә ун балл алыу өсөн запаста кәмендә 150 сәғәт эш ваҡыты булырға тейеш. Бынан тыш, шәхси таныҡлығы булған егет һәм ҡыҙҙар Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара һәм Бөтә донъя кимәлендәге сараларға конкурстан тыш волонтер булып үтә. Был саралар тураһында мәғлүмәтте алыу өсөн “Рәсәй ирекмәне” (“Доброволец России”) сайтында теркәлергә кәрәк.