Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
25 Ғинуар 2018, 17:43

Студенттар, уҡыу алдынғылары, спортсылар һәм һылыуҡайҙар!

Һәр бер кешенең тиерлек ғүмерендә һоҡланғыс студент йылдары була. Ул бер уҡыу менән генә сикләнмәй, һуңынан беҙ айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алырлыҡ тотош бер ғүмер ул. Дәрестәр, зачеттар, имтихандар, дуҫтар менән походтар, кластан тыш саралар, ятаҡханалағы күңелле көндәлек тормош – бына ул студенттың төп байлыҡтары. Тынғыһыҙ ошо халыҡ йыл һайын 25 ғинуарҙа үҙ байрамын – Студенттар көнөн билдәләй.


Лиана Сибәғәтуллина. Илида Ғайнанова.



Иң яҡын һөнәри уҡыу йорттарының береһе күрше районда урынлашҡан һәм ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлаған йәш белгестәр йылдың-йылы мәғариф хеҙмәткәрҙәре штатын тулыландыра. Бына быйыл да сығарыласаҡ студенттар араһында мәсетлеләр күп. Лиана Сибәғәтуллина менән Илида Ғайнанова быйыл ҡулдарына диплом аласаҡ.

Дүрт йыл элек Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Илида һәм Лиана педагогия йүнәлешен һайлай: Илида – башланғыс кластарҙа уҡытыу, Лиана – мәктәпкәсә балалар менән эшләүҙе. Хәҙер ҡыҙҙар уҡыу йортоноң иң яҡшы студенттары иҫәбенә инә. Колледж тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм бик яҡшы уҡығандары өсөн ошо уҡыу йылында улар колледж директорының исемле стипендияһына лайыҡ булған. Алған белемдәрен практикала нығыталар – II курстан башлап методистар етәкселегендә балалар менән эшләй башлайҙар. Йәйге айҙарҙа Анапаның балаларҙы һауыҡтырыу лагер- ҙарында вожатыйҙар булып эшләйҙәр. Әүҙем студенттар уҡыуҙан тыш һәр төрлө сараларға ла ваҡыт таба – волейбол ярыштарында, конкурстарҙа, КВН-дарҙа ҡатнаша. Ҡыҙҙарын яҡшы тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләре йыл һайын рәхмәт хаттары ала.

Әлеге мәлдә Илида етди конкурсҡа – “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) III Төбәк чемпионатына әҙерләнә, унда ул дәғүә иткән 11 студент араһынан һайлап алынған һәм иң яҡшылар бишлегенә ингән.

Алда ҡыҙҙарҙы дәүләт практикаһы һәм дәүләт имтихандары көтә. Илида менән Лиананың маҡсаты – колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлау һәм уҡыу- ҙарын юғары уҡыу йорттарында дауам итеү.

Уларҙың мөмкинселектәренә беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ һәм яҡын киләсәктә, өс-дүрт йылдан, район тағы ла йәш, көс-дәрттәре ташып торған профессиональ белгестәр менән тулыланыр тип өмөтләнәбеҙ.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.