Беҙҙең район мәктәптәренең иң яҡшы уҡыусылары ла әлеге сарала булды. Быйыл ундай бәхет Богдан Худяковҡа (1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы), Илнур Абдрахмановҡа (Яңы Яуыш мәктәбе), Алина һәм Лиана Әсбаповаларға (Әжекәй мәктәбе) йылмайҙы.
Беҙҙең делегация баш ҡалаға көн элгәре юлланды. Беҙ “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында йәшәнек. Кисен мәҙәни-ял итеү сараһы ойошторолдо, шыршыны асыу тантанаһы үтте.
Балаларҙың төп иртәлегендә артистар бала-саға өсөн йәшел ҡупшыҡай тирәләй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, әкиәт персонаждары менән традицион әйлән-бәйлән үткәрҙе. Шулай уҡ балаларға “Яңы йыл әкиәте” тамашаһы тәҡдим ителде. Сағыу сценография, заманса хореография, ҡупшы костюмдар, дәртле йырҙар – республиканың төп концерт залында быларҙың барыһы ла булды. Иҫтәлеккә уҡыусылар Эт йылы символына – йомшаҡ уйынсыҡ- тарға, китап һәм татлы бүләктәргә лайыҡ булды.
Был сәфәр егет һәм ҡыҙҙар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым.
Ринат Фәттәхов, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.