Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
21 Сентябрь 2017, 02:00

Инйәр һынташтарын яулау

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң һәм Яңы Мишәр урта мәктәбенең йәш туристары Белорет районына күп көнлөк походҡа барҙы. Поход Баш-ҡортостан Республикаһының Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге менән Мәсетле районы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто иҫәбенә ойошторолдо. Ринат ФӘТТӘХОВ,уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы. Дүрт көн эсендә туристар мең километрҙан ашыу юл үтте. Уларҙың 40 километр-ҙан күберәген – йәйәү. Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты Инйәр һынташтарын барып күреүгә ҡайтып ҡала ине. Һуңғы ваҡытта һынташтар туристар араһында популярлашҡандан-популярлаша бара. Улар хаҡлы рәүештә Көньяҡ Уралдың иң матур урындарының береһе булып иҫәпләнә. Был тау һырты Белорет районында Оло Инйәр менән Тирлән йылғалары араһында урынлашҡан. Ул ошонан аҡҡан Инйәр исеме менән аталған, ҡаялар һынташтар рәүешендә күккә олғашҡан. Һынташтарға сәйәхәт тау заводы тирәләй ҡалҡып сыҡҡан Тирлән ҡасабаһынан башланды. 27 августа иртән иртүк ҡасабанан беҙ һынташтар яғына табан юл тоттоҡ. Маршрутыбыҙ Тирлән йылғаһы буйлап үтә ине. Тәбиғәт бында саф һәм боронғо. Яр буйҙары ҡаяларға һәм мәмерйәләргә бай. Һынташтарға барып етмәҫ элек беҙ Миҫеле йылғаһына килеп сыҡтыҡ. Икенсе төндә беҙ ошонда ҡундыҡ. 29 августа иртән, ял иткәндән һуң, беҙ ҡәнәғәтлек менән юлыбыҙҙы дауам иттек. Юл тауға алып бара ине. Ҡаялар үҙҙәренең бейеклеге һәм ғәҙәти булмауы менән беҙҙе таң ҡалдырҙы. Тау һырты һигеҙ километр-ҙан ашыуға һуҙылған. Ул өс өлөшкә бүленгән, араһында тау бөгөлдәре ята. Балалар ҡыуанды, ғәжәпләнде һәм һоҡланды. Айырыуса улар-ға иң матуры булып иҫәпләнгән төньяҡ өлөш оҡшаны. Ул ҡая циркы тип атала. Һынташтар рәүешендәге хикмәтле ҡаялар бында түңәрәк буйлап йәйелгән. Ҡаяларҙың бейеклеге 35 метрға етә. Бынан Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантау менән Ирәмәлде яҡшы күреп була. Поход көҙ миҙгеленә күсеү осоронда, ҡатмарлы климат шарттарында, таныш булмаған, кешеләр аҙ урынлашҡан юлһыҙ урманлы-һаҙлы ерлектә үтте. Шуға ҡарамаҫтан, балалар барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы һәм ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыҡты, ә иң мөһиме, иҫән-һау һәм тәьҫораттарға байып ҡайтты. Поход ярай-һы уҡ уңышлы үтте, ҡуйыл-ған бөтә бурыстар ҙа үтәлде. Эҙләнеү һәм тыуған яҡты өйрәнеү эштәре өсөн яңы маршруттар һәм объекттар билдәләнде.Ойоштороусылар походта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтә, уларға һаулыҡ һәм туристар һуҡмағында артабан уңыштар теләй.