Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
15 Сентябрь 2017, 02:00
Айыҡ быуын – сәләмәт киләсәк!
Йәштәр үҙәгенең ойоштороусы педагогы Гөлмәрйәм Әхмәтшина Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнөң Мәсетле районында йәштәрҙе тағы ла бер тапҡыр сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм алкоголь ҡулланыуҙан баш тартыуға йүнәлтеү өсөн сәбәп булыуын гәзитебеҙ аша хәбәр итә. Эскелек проблемаһының киң таралыу алыуы бер кем өсөн дә сер түгел. Эҙемтә булараҡ, эшһеҙҙәр, тар-ҡалған ғаиләләр һәм селпәрәмә килгән яҙмыштар һаны арта. Алкоголь йоғонтоһона йәш кешеләрҙең дә бирелеүенең хафаға һалмауы мөмкин түгел. 11 сентябрҙә Йәштәр үҙәге Дыуан күп профилле колледжы менән берлектә “Айыҡ быуын – сәләмәт киләсәк!” саралар циклын ойошторҙо, уларҙың төп маҡсаты – алкоголдең зыяны һәм йәш организмға насар тәьҫире тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыу. Колледждың спорт залында иртә таңдан В. Тәүәкәлов етәкселегендә 1-2 курс студенттары өсөн сәләмәтләндереү зарядкаһы ойошторолғайны. Шунан 21-се төркөм студенттары “Беҙ айыҡлыҡ өсөн!” квесы кәртәләрен үтте. Унда шау-шыулы һәм күңелле итеп лозунгылар һәм логотиптар уйлап сығарҙылар, экспресс-викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, плакаттар әҙерләнеләр. Ә һуңында “Эсергә өйрәтеү технологияһы” нәфис фильмы күрһәтелде, фильм ҡарағандан һуң акцияла ҡатнашыусылар йыл һайын 11 сентябрҙә билдәләнеүсе Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнөң йөҙ йыллыҡ тарихы булыуы хаҡында белде: уны булдырыу инициативаһы менән Рус православие сиркәүе Синоды сығыш яһай. 1914 йылда сара “Айыҡлыҡта халыҡ бәхете” лозунгыһы аҫтында үтә. Осрашыу барышында шулай уҡ Рәсәй буйынса статистика мәғлүмәттәре уҡып ишеттерелде, яман ғәҙәткә альтернатива табыу кәрәклегенә, ғүмер менән һаулыҡтан да ҡиммәтлерәк нәмә юҡ, тигән уйҙы нығытыуға баҫым яһалды.Студенттар алкоголгә ҡарата кире позиция һайлауға һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ихтыяж формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе ойошторолған бөтә сараларҙа ҡыҙыҡһыныу һәм ҙур энтузиазм менән ҡатнашты.
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?