Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоролтайҙың эше ыңғай баһаланды

Мәсетле районында урындағы башҡорттар ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте. Көн тәртибендә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләһе ҡаралды, ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде.

Ҡоролтайҙың эше ыңғай баһаланды
Ҡоролтайҙың эше ыңғай баһаланды

Ҡоролтай эшендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙ сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.
– Башҡорт халҡы – бик талантлы. Беҙҙә күп быуатлыҡ йыр, бейеү һәм музыка традициялары һаҡлана. Халҡыбыҙ менталитетының көслө яғы – изгелекле, ҡунаҡсыл булыу, яҡыныңдың хәлен уртаҡлаша белеү. Бөгөн районда башҡорт милли мәҙәниәтен үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, милли формированиелар ойошторолоп, уңышлы эшләп килә. Уларҙың төп тәғәйенләнеше – милли мәҙәниәтте, йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, традицияларҙың, телдең үҙенсәлектәрен һаҡлау, – тип билдәләне Әнис Ҡасим улы.
Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан “Юлдаш” телеканалының интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе Наил Юнысов үҙ сығыштарында ойошма алдында торған бурыстарға туҡталды, VI Бөтә донъя башҡорттары съезында хәл ителәсәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина Мәсетле районы ҡоролтайы тарафынан биш йыл эсендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Мәсетле районының “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нәзирә Әхкәмова эшмәкәрлектәре тураһында бәйән итте. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Ғатауллина башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары тураһында һүҙ тотто.
Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов һәм “Ҡошсолар йыйыны” төбәк-ара фольклор байрамының режиссеры Искәндәр Мөхәмәтйәнов Башҡортостанда йыйындар һәм Ҡошсо ырыуы йыйынына әҙерлек тураһында һөйләне.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу мәсьәләһен “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубәширова күтәреп сыҡты. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡорт гимназияһында ҡумыҙ ансамбле ойошторорға вәғәҙә бирҙе.
Йыйылыштың икенсе өлөшөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегаттар итеп Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Мәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Анфиса Ишмөхәмәтова, Башҡортостандың диңгеҙ хеҙмәте йыйылышы рәйесе, 1-се ранг капитаны Мансур Ахунов һәм Ҡошсо ырыуы ҡор башы Әхмәтнур Хафизов һайланды.
Сара һуңында резолюция ҡабул ителде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарарҙарын урындарҙа ғәмәлгә ашырыуҙа тырышып эшләгән һәм әүҙемлек күрһәткән милләттәштәребеҙҙе тантаналы бүләкләнеләр.
Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен пропагандалауға, йәш быуынды милли-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатын Әбдрәхим ауылы “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Сажиҙә Фәйзрахманова менән Йыланыш ауылынан Нажиә Муллабаеваға, “Айыҡ ауыл” конкурсы буйынса әүҙем эшләгән һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған өсөн Оло Аҡа ауылынан Миләүшә Хафизоваға, спортты үҫтереүгә әүҙем өлөш индергәне һәм төрлө йәштәге балаларға физик һәм рухи тәрбиә биргәне өсөн Һабанаҡ ауылынан Илгизәр Ғилметдиновҡа тапшырҙылар.
Башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә шәхси өлөш индергән Нәзирә Әхкәмоваға Почет грамотаһы тапшырылды.
Яңы Мишәр клубы мөдире Эльвира Латипова менән Һөләймән ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Фәйрүзә Дусмөхәмәтова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА,
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.

Автор: