Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы ниәттәр һәм изге ғәмәлдәр менән

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында “Ағинәйҙәр” йәмәғәт берекмәһенең йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы.

Яҡшы ниәттәр һәм изге ғәмәлдәр менән
Яҡшы ниәттәр һәм изге ғәмәлдәр менән

Мәсетле районында “Ағинәйҙәр” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте бер нисә йыл элек булдырылды. Уның нигеҙен райондың иң абруйлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары тәшкил итә.
Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Мәсетле районының “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нәзирә Әхкәмова, Мәсетле районындағы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы ярҙамсыһы Лилиә Орлова ҡатнашты.
Әнис Ҡасим улы районда башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен, шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен һәм халыҡтар берҙәмлеге рухы идеологияһын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында башҡарылған эште юғары баһалап, ағинәйҙәргә рәхмәт белдерҙе.
Нәзирә Фазылйән ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме темаһына ҡағылды һәм уны һаҡлауҙың, милли кейем буйынса булған белемде үҫеп килгән быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Артабан ҡатын-ҡыҙҙар төрлө мәсьәләләрҙе ҡараны, киләсәккә пландар билдәләне.
Сара барышында район хакимиәте башлығы Хәбибә Ханнановаға (Ғүмәр ауылы), Нажиә Муллабаеваға (Йыланыш), Гөлназ Әхмәтхановаға (Дыуан-Мәсетле) рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара сәй табыны янында тамамланды. Осрашыу сағыу, бай эстәлекле һәм һөҙөмтәле булды.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор: