– “Беренселәр хәрәкәте” бик күп сағыу, маҡсатҡа ынтылышлы егет-ҡыҙҙарҙы ирекмәнлеккә, йөкмәткеле, белем биреү, ижади, спорт проекттарына йәлеп итер тип ышанабыҙ, – тине Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов.
Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр хәрәкәте Башҡортостанда ла үҫешә башланы. Район һәм ҡалаларҙа 206 беренсел бүлексә асылды ла инде. Республиканың баш ҡалаһы Өфөлә 9 февралгә 126 мәктәптә беренсел бүлексәләр асылды. Проект йәш таланттарға берләшергә, бергә иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Хәҙер балалар республиканың мәҙәни тормошоноң бер өлөшө буласаҡ, волонтерлыҡ акцияларында ҡатнашасаҡ, төрлө проекттарҙы бойомға ашырасаҡ, патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнәсәк.
Беренсел бүлексәне балалар үҙҙәре лә аса ала – бының өсөн будьвдвижении.рф рәсми сайтында теркәлергә һәм ғариза бирергә кәрәк. Беренсел бүлекте мәктәп, колледж, юғары уҡыу йорто, предприятие, балалар лагеры, волонтерҙар үҙәге, Йәштәр үҙәге, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, мәҙәниәт учреждениеһы нигеҙендә асырға мөмкин.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 22 февралдә 8-се һанында уҡығыҙ.