Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
25 Октябрь 2022, 11:00

Беҙ бергә! Берҙәмлектә – көс!

Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ошо девиз аҫтында эшләй. Татарҙар автономияһы – республикала йәшәгән татарҙарҙың милли үҙаңын, үҙенсәлеген, фольклорын, хужалыҡ-көнкүреш тәртибен, традицион йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, художество кәсептәрен тергеҙеүгә, үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Беҙ бергә! Берҙәмлектә – көс!
Беҙ бергә! Берҙәмлектә – көс!

Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе – Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева. Республиканың 49 районында автономияның бүлектәре, шул иҫәптән Мәсетле автономияһы уңышлы эшләп килә.
Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында Мәсетле районы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы конференцияһы уҙҙы. Унда ауыл биләмәләренән, райондың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте бүлектәренән 45 делегат ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов асты. Артабан доклад менән урындағы татарҙар автономияһы рәйесе Гөлнара Саҙиҡова сығыш яһаны. Ул милли мәҙәниәт өлкәһендә уҙғарылған күмәк саралар, атап әйткәндә, фестиваль, конкурс, күргәҙмә, концерт һәм башҡалар тураһында һөйләне, ата-бабаларҙың тарихи-мәҙәни, рухи мираҫы өйрәнелеүен һәм халыҡ араһында таратылыуын билдәләп уҙҙы.
Мәсетле районы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы эшмәкәрлеге район хакимиәте, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, мәғариф бүлектәре, йәмәғәт ойошмалары, руханиҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә һәм эш планына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мәсетле районы мәғариф учреждениеларында 627 татар милләтле бала белем ала. Мәктәптәрҙә ете татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы уҡыта. Оло Ыҡтамаҡ лицейында, Оло Аҡа, Әжекәй, Әләгәҙ мәктәптәрендә татар телен 234 бала өйрәнә. Ҡорғат, Абдулла, Яңы Мөслим мәктәптәрендә 121 уҡыусы татар телен уҡый.
Зөлфирә Сәлимова етәкселегендәге “Зөбәржәт” татар халыҡ фольклор ансамбле лә барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова үҙе етәкләгән ойошманың хәҙерге йәмғиәттә роле тураһында һөйләне. Артабан Яңы Мөслим ауылы делегаты Фәүзиә Һаҙыева сығыш яһаны.
– Делегаттарға татарҙарҙың Мәсетле милли-мәҙәни автономияһы эшенә әүҙемерәк ҡушылыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәм, автономияла эшләргә теләүсе ижади кешеләрҙе йәлеп итергә кәрәк, – тип йомғаҡланы үҙ сығышын Гөлнара Әҙһәм ҡыҙы.
Сара һуңында Мәсетле районы татарҙарының урындағы милли-мәҙәни автономияһы рәйесе итеп Зөлфирә Сәлимова, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресында ҡатнашыу өсөн 12 кешенән торған делегация һайланды.
Эльзида УСМАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова