Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бүлектең яңы составы һайланды

Район Мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан рустары соборы” республика йәмәғәт ойошмаһы Мәсетле районы бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы.

Бүлектең яңы составы һайланды
Бүлектең яңы составы һайланды

Унда район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм татарҙарҙың урындағы милли-мәҙәни автономияһы рәйестәре, райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре, “Әй” казак ойошмаһы делегацияһы, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, руханиҙар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Конференцияны район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Ул үҙенең сығышында районда төрлө милләтле кешеләр йәшәүен билдәләп уҙҙы. Мәсетле районында үҙ-ара аңлашыуға һәм килешеүгә нигеҙләнгән милләт-ара мөнәсәбәт оҙайлы ваҡыт дауамында тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килгән. Бөгөн, бөтә донъя халҡы өсөн еңел булмаған ваҡытта, был берҙәмлек һәм татыулыҡ, милләт-ара һәм конфессия-ара килешеүҙе һаҡлап алып ҡалыу мөһим. Шулай уҡ урындағы рустар соборы бүлексәһе алып барған эштең мөһимлеген билдәләне.
“Өс изге” сиркәүе өлкән священнигы-архимандрит Арсений, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин һәм татарҙарҙың урындағы милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Гөлнара Саҙиҡова ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
“Башҡортостан рустары соборы” Мәсетле районы бүлексәһе рәйесе Лариса Худякова 2020-2021 йылдарға эш йомғаҡтары һәм 2022 йылға бурыс-тар менән таныштырып уҙҙы. Ул рухи берҙәмлек, илһөйәрлек, үҙ халҡына, еренә, шулай уҡ бөтә Рәсәйгә һөйөү идеяһын таратыусы һәм формалаштырыусы бүлектең төп маҡсаты тураһында һөйләне. Былар барыһы ла рус халҡының тарихи мираҫын һаҡлау һәм өйрәнеүҙә, рус һәм славян мәҙәниәтенең төрки һәм финуғыр халыҡтары мәҙәниәте менән үҙ-ара эш итеүендә һәм байытылыуында сағыла.
Район рус соборы бүлегенең эшмәкәрлеге планға ярашлы һәм район хакимиәте, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте, мағариф бүлектәре, йәмәғәт ойошмалары, дин әһелдәре менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Мәсетле районында музей саралары ярҙамында тарих, тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте тарихы, патриотик тәрбиә проблемалары һәм перспективалары тураһында район тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова һөйләне. “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клуб етәксеһе Владимир Назаренко клуб эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Нина Ярушина славян халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү кәрәклеге тураһында һөйләне.
Сара һуңында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Өс изге” сиркәүе архимандриты Арсений, “Башҡортостан рус-тары соборы” Мәсетле районы бүлексәһе рәйесе Лариса Худякова, “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубының православие мәҙәниәте нигеҙҙәре буйынса педагог Зинаида Крючкова, Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы китапханасыһы Людмила Крючкова, Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы Әләгәҙ филиалы китапханасыһы Марина Серебренникова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Нина Ярушина, Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Сычкина, Түбәнге Бобин мәктәбе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алла Васёва, район Мәҙәниәт һарайы “Рябинушка” халыҡ рус йыры ансамбле (етәксеһе – Валентина Сизова), шәхси эшҡыуар, меценат Наталья Зырянова “Башҡортостан рустары соборы” республика йәмәғәт ойошмаһы Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Конференция барышында “Башҡортостан рустары соборы” Мәсетле районы бүлексәһенә яңы состав ҡаралды. Уның составына район хакимиәте вәкилдәре, руханиҙар, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа учреждение хеҙмәткәрҙәре инде. Урындағы “Башҡортостан рустары соборы” ойошмаһы етәксеһе итеп Лариса Худякова ҡайтанан һайланды.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова