Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙ барыһын да булдыра

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районы халҡының күпселек өлөшө – гүзәл зат вәкилдәре. Улар яҡынса – 13000 кеше.

Ҡатын-ҡыҙ барыһын да булдыра
Ҡатын-ҡыҙ барыһын да булдыра

Ҡатын-ҡыҙҙар хужалыҡтың төрлө өлкәләрендә эшләй һәм райондың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптәре етәксе вазифаһында тора: 40 проценттан ашыуы учреждение һәм ойошма менән етәкселек итә, 81 проценты – дөйөм белем биреү мәктәбе, 91 проценты – мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, 33 ҡатын-ҡыҙ – ауыл Советы депутаты, икәүһе – район кимәлендәге депутат, берәү – район Советы рәйесе.
145 гүзәл зат шәхси эшҡыуар булып, бәләкәй предприятиелар менән уңышлы етәкселек итә, 18 ҡатын-ҡыҙ крәҫтиән-фермер хужалығы алып бара. Мәғариф, медицина, мәҙәниәт һәм сауҙа өлкәһендә лә нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.
Эшмәкәрлектең күп өлкәләрендә ҡатын-ҡыҙҙар – тәүгеләрҙән булып юл ярыусы. Мәҫәлән, 1985 йылда Мәсетле районында ҡатын-ҡыҙҙар башланғысы менән берләштерелгән совет булдырыла, улар гүзәл заттарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса әүҙем йәмәғәт ойошмаларына әйләнә. Әлеге ваҡытта район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын Нәзирә Әхкәмова башҡара.
Ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеге ғаилә, әсәлек, балалыҡ, күп балалы ғаилә, шәхестең абруйы, йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙе, уның мәҙәни һәм тарихи традицияларын һаҡлау, сәләмәтлекте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға ярҙам итеү һәм үткәреүҙән ғибәрәт. Беҙҙең районда 37 ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советтары булдырыл-ған, улар менән бер рәттән туғыҙ ауылда “Ағинәйҙәр” ҡоро эшләй.
Район, ауыл биләмәләрендә ойошторолған сараларҙың береһе лә уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Улар юбилярҙарҙы, райондың оҙон ғүмерле кешеләрен тәбрикләү тантаналары, күргәҙмә-йәрминкә, ҡул эше оҫталары конкурстары, шулай уҡ Әсә һәм Сәләмәтлек көндәренә арналған һәм башҡа саралар үткәрә.
Ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы проблемаһы буйынса ла билдәле бер эш алып барыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар советтары фельдшер һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре менән берлектә алкоголь менән артыҡ мауыҡҡан әсәйҙәрҙе, имен булмаған ғаиләләрҙе тикшерә. Ошо категорияға ҡарағандарҙы үҙҙәренең бөтә сараларына йәлеп итергә тырыша, мәҙәниәт йортонда ойошторолған түңәрәктәргә саҡыра, һәр береһе менән шәхси эш алып бара. 14 ауылда төрлө йүнәлештәрҙә клубтар ойошторолған, уларҙа 142 ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы “Айыҡ ауыл” конкурсын ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы мәсьәләһен советтың көсө менән генә хәл итеп булмай. Шуға күрә сарала ҡатнашыусылар алдында йыш ҡына дин әһелдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ башҡа учреждение белгестәре лә сығыш яһай.
Надежда ГАЛАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова