Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
2 Февраль 2021, 18:00

Ҡатын-ҡыҙҙар советы: эшмәкәрлеккә йомғаҡ һәм киләсәккә бурыстар

Мәсетле районы ҡатын-ҡыҙҙар советының быйылғы тәүге ултырышы Башҡортостанда иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналды.

Традиция буйынса сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне һәм районда уҙасаҡ саралар менән таныштырҙы. Ул апрель айы дауамында бөтә илдә барасаҡ халыҡ иҫәбе алыуҙың әһәмиәтен айырым билдәләп үтте. Шулай уҡ льготалы программаларға туҡталып үтте, уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Гөлназ Халиҡ ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының район тормошонда мөһим роль үтәүен билдәләне һәм барыһына ла әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте, артабан тығыҙ хеҙмәттәшлеккә өмөт белдерҙе.

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова 2020 йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә бурыстар билдәләп үтте. Тотош ил буйлап пандемия иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, районда традицион мәҙәни һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, ғаилә тәрбиәһе нигеҙҙәрен нығытыу буйынса эштәр туҡтамаған. Ҡатын-ҡыҙҙар советтарының иғтибар үҙәгендә – ауыр тормош хәлендә ҡал-ған һәм күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ атайҙарға ярҙам, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу.

Тыл эшсәндәре һәм һуғыш балалары тураһында район проекты йом-ғаҡтары, ғаилә архивтары ярҙамында “Һуғыш минең яҙмышымда” альбомы булдырыу тураһында ла һөйләп үтте:

– Ростов ауыл биләмәһенең һәм Оло Аҡа, Оло Ҡыҙылбай, Һабанаҡ ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре күп материал килтер-ҙеләр, – тине ул. – Әбдрәхимдән Сажиҙә Фәйзрахманова Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге иғлан иткән “Һуғыш – ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышында” республика конкурсында ҡатнашты. Уның һуғыш йылдарында ауыл ҡыҙының ауыр яҙмышы тураһында хикәйәһе “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бишенсе һанында донъя күрҙе.

Хәҙерге заманда социаль селтәр- ҙәрҙә эш алып барыуҙың әһәмиәте тураһында ла әйтеп үтте. Был йүнәлештә Оло Аҡа ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары Анжела Рафиҡованың эшмәкәрлеген миҫал итеп килтерергә мөмкин.

Кәңәшмәлә инвалидтар йәмғиәте рәйесе Рубин Әхкәмов, опека һәм попечителлек буйынса төп белгес Регина Ғайсина, район хакимиәте йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин, композитор, йырсы, шағирә Зөлфирә Сәлимова ҡатнашты.

Сара һуңында ҡатын-ҡыҙҙар советтарының иң әүҙем ағзаларына – Ишәленән Тәслимә Ширғаҡоваға, Һөләймәндән Фәйрүзә Дусмөхәмәтоваға, Түбәнге Аҡанан Рәйлә Ғәбитоваға, Иҫке Мишәрҙән Елена Ғилметдиноваға Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар берлегенең почет грамоталарын тапшырҙылар. Шулай уҡ әсә ролен хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән уңышлы алып барған ҡатындарға Мәсетле районы ҡатын-ҡыҙҙар советының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Район Мәҙәниәт һарайы артистары сараны сағыу концерт номерҙары менән байытты.
Һүрәттә: Гөлназ Халиҡ ҡыҙы Теләш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе

Фирая Ниғәмәтйәноваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.