Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоролтайҙың маҡсаты – яҡташтарға файҙа килтереү

Һуңғы ваҡытта беҙҙең районда Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эше әүҙемләште. Бында, һис шикһеҙ, уның aғзаларының хеҙмәте ята.

Үткән йылдың декабренән йәмәғәт ойошмаһына йәш һәм перспективалы яҡташыбыҙ Марат Әхмәтшин етәкселек итә башланы. Башҡорт телен һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телдәренә, мәҙәниәттәренә ихтирам формалаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәр-ҙе ватансылыҡ, үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү, Башҡортостан халыҡтары араһында конфессия-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыуҙы ул ҡоролтайҙың төп бурыстары тип иҫәпләй.
– Хәҙерге ҡоролтай – ул йәмғиәт менән, һәм, тәү сиратта, дәүләт власы органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең яңы сис-темаһы. Йәғни ҡоролтай халыҡтың һорауҙарын район йәки республика етәкселегенә алып барып еткереү өсөн тағы ла бер канал булып тора. Әйтергә кәрәк, беҙгә башҡорттар ғына түгел, ә башҡа милләт кешеләре лә мөрәжәғәт итә ала. Сөнки артабан алға хәрәкәт итеү өсөн ҡоролтай- ҙың төп моменттарының береһе – ул халыҡ берҙәмлеге, – ти Марат Әхмәтшин.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары: Гүзәл Хәйретдинова, Резеда Ғәлимова, Зилә Ғатауллина, Анфиса Ишмөхәмәтова, Зөһрә Ғәниева, Илгизәр Ғилметдинов һәм Мансур Шәрипов. Улар милләт берҙәмлеген нығытыу, башҡорт теле һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау маҡсатындағы бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Хәҙер ҡоролтайҙың бар тырышлығы үтә лә ҙур сара – “Ҡошсо ырыуы йыйыны” I төбәк-ара съезына әҙерләнеүгә йүнәлтелгән, уны Ләмәҙтамаҡ ауылында уҙғарыу билдәләнгән. Унда Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы райондары, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әчит ҡала округтары, Нижнесергинский районы һәм башҡа территорияларҙа йәшәүсе Ҡошсо ырыуы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Йыйынды уҙғарыуға әҙерлек саралары әле йыл башында уҡ башланғайны. Төбәк-ара съезд ойоштороу һәм уны үткәреү буйынса эш төркөмөнөң йыйылыштары, Красноуфимск районы һәм Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтай-ҙары башҡарма комитеттары рәйестәре Виталий Ильясов һәм Нәфисә Тюменцева менән осрашыуҙар үтте.
Пландарҙа: уҡ атыу буйынса район ярышы, “Мәсетле районы яҙыусылары” темаһына ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыу. Йәмәғәт ойошмаһының барлыҡ саралары менән “Бәйләнештә” төркөмөнөң “Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы” сәхифәһендә танышырға мөмкин.
– Ҡоролтай составына әүҙем кешеләр, үҙ еренең патриоттары инә. Бергәләп беҙ бик күп проекттарҙы бойомға ашыра аласаҡбыҙ, тип иҫәпләйем. Финанс һәм ойоштороу ярҙамын район хакимиәте, район Мәҙәниәт һарайы, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге һәм Йәштәр үҙәге күрһәтә. Ҡоролтайҙың аҡһаҡалдары Закирйән Ғатауллин менән Әхмәтнур Хафизов үҙҙәренең ҡиммәтле тәжрибәләре менән уртаҡлаша, – ти Марат Ғәлимйән улы. – Ойошмабыҙҙың артабан да яҡташтарыбыҙға файҙа килтерәсәгенә, тыуған телде, мәҙәниәтте һәм республикабыҙ халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеренә иманым камил.