Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
10 Сентябрь 2019, 13:00

Атаман кубогы – иң берҙәмдәрҙә

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Дуҫтар Мәсетле районы казак балаларында ҡунаҡта” казак культураһы төбәк-ара фестивале үтте.

Фестиваль Йәштәр үҙәге менән берлектә Ырымбур казактары ғәскәри йәмғиәтенең Мәсетле районындағы “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы тарафынан Президент гранттары средстволарына ойошторолған.

Көндөң һалҡын, йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, фестивалгә Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы казак йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ Мәсетле районының “Бергә” Төбәк йәмәғәт йәштәр ирекле хәрәкәте активистары йыйылды.

Фестиваль барышында Атаман кубогына спорт бәйгеләре уҙғарылды. Ярыштарҙа өс команда ҡатнашты, уларҙың составында “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы үҫмер казактары, Балаҡатай районы кадеттары һәм Йәштәр үҙәге активистары булды.

“Дуҫлыҡ”, “Ҡыйыуҙар” һәм “Яугирҙар” йыйылма командалары пневматик винтовканан атыу, АК-74-те һүтеү-йыйыу, арҡан тартыш, граната ырғытыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ярыштарҙа, хәрби-тарихи викторинала, йүгереүҙә, шулай уҡ тоҡ кейеп һәм противогаз кейеп бормалы-бормалы юлдан йүгереүҙә ҡатнашты.

Командалар берҙәмлек һәм таһыллыҡ күрһәтте.

Беренсе урын алған “Дуҫлыҡ” йыйылма командаһына Атаман кубогы, ҡалған “Яу-гирҙар” һәм “Ҡыйыуҙар” призер командаларына миҙалдар һәм почет грамоталары тапшырылды.

Йомғаҡтар яһағандан һуң, фестивалдә ҡатнашыусылар-ҙы һәм ҡунаҡтарҙы казактар-ҙың усаҡта әҙерләгән тәмле төшкө ашы көтә ине. Бынан тыш, фестивалдә “Александр Невский” хәрби-патриотик клубы байрағын изгеләндереү йолаһы үтәлде һәм үҫмер казактар һәм район активистары көсө менән ойошторолған концерт булды.