Пионерия көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында “Йәйғор” балалар йәмәғәт ойошмалары активистары слеты үтте. Унда 10 команда – “Здесь и сейчас с РДШ” район йыллыҡ проекты ҡатнашыусылары килгәйне.
Тышта көн һалҡын, ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, залда йылы һәм ыңғай атмосфера хөкөм һөрҙө.
Байрамда Йәштәр үҙәге белгесе Альбина Хәлилова булды. Ул балаларҙы ҡотлап, ирекмән кенәгәләре тапшырҙы.
Сара барышында унда ҡатнашыусыларҙы “Ҡулға-ҡул тотоношайыҡ, дуҫтар” уйыны көтә ине. Балаларға түбәндәге станциялар тәҡдим ителде: “Мөғжизәләр яланы”, “Пиф-понг”, “Музыка һәр саҡ беҙҙең менән” һәм башҡалар. Беренсе булып барлыҡ һынауҙарҙы ла Яңы Яуыш мәктәбенең “Ҡайнар йөрәктәр” командаһы ҡыҙҙары һәм үҫмер егеттәре үтте (һүрәттә, етәксеһе – Гөлнур Ғүмәрова). Өсөнсө урынды шул уҡ белем биреү учреждениеһының “Йәш гвардия” командаһы алды. Икенсе урында – Йонос мәктәбенең “Шәфҡәтле йөрәктәр” командаһы (Азалия Әхкәмова). Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сертификаттар алды, ә еңеүселәр мәғариф бүлегенең I, II һәм III дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң